Әкиәттән – ҡунаҡтар: буям

З. Биишева исемендәге Башҡортостан  “Китап” нәшриәтендә “Әкиәттән – ҡунаҡтар” исемле буям китабы сыҡты. Төҙөүсеһе – Д.Х. Килдина, рәссамы – Л.В. Фролов. Тиражы – 1000 дана.
Буям китабында башҡорт эпостары, легенда һәм риүәйәттәре, тылсымлы әкиәттәре геройҙары урын алған. Китапта буямдарҙан тыш һәр фольклор геройы (Урал батыр, Һәүбән, Нәркәс, ете ҡыҙ, Салауат батыр һ.б.)  тураһында башҡорт һәм рус телдәрендә ҡыҫҡаса мәғлүмәт  бирелгән.
Китап мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс кластарҙа уҡыусы балаларға тәғәйенләнгән.
____________________________

В Башкирском издательстве «Китап» имени З. Биишевой издана книжка-раскраска "Гости из сказок". Составитель – Д.Х. Кильдина, художник – Л.В. Фролов.  Тираж – 1000 экземпляров.
В книжке-раскраске представлены герои башкирского фольклора: эпосов, преданий и легенд, волшебных сказок. Книга интересна тем, что помимо картинок для раскрашивания, в ней содержится краткая информация на башкирском и русском языках о каждом из героев: Урал-батыре,  Хаубене, Нэркэс, семи красавицах, Салават-батыре и др.
Адресована детям дошкольного и младшего школьного возраста.
01.11.2019

Возврат к списку