«Китап» нәшриәтенең һатыу-күргәҙмәһе бөгөн Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестициялар һабантуйында ҡатнаша

     Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең һатыу-күргәҙмәһе бөгөн Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы» - 2019» Бөтә Рәсәй инвестициялар һабантуйында ҡатнаша.
      Урал аръяғы райондарында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе, Сибай ҡала халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы нәшриәтебеҙҙең бай ассортиментлы китаптары менән һөйөндөрә алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Сарала ҡатнашыусыларға Башҡортостан тарихына, тәбиғәтенә, әҙәбиәтенә һәм мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә арналған китаптар тәҡдим итәбеҙ. Күргәҙмәбеҙ «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә үткәрелә һәм ул Башҡортостаныбыҙҙың һәм нәшриәтебеҙҙең ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арнала.
     Сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Стратегик инициативалар агентлығы, «Эшлекле Рәсәй», БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм әйҙәүсе биснес ойошмалары үткәрә. Һабантуйға бик күп федераль һәм төбәк дәүләт ойошмалары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы, инвесторҙары, эксперттары һәм йәмәғәтселәре килгән. Улар араһында Австрия, Иордания, Ҡаҙағстан, Төркиә, Франция һәм башҡа дәүләттәрҙән ҡунаҡтар бар.
    Сауҙа-күргәҙмәбеҙ иртәгә Әбйәлилгә һабантуйға юл тотасаҡ. Унда форум ҡунаҡтары ла бара. Голливуд актеры һәм режиссеры Стивен Сигал да байрамда ҡатнаша, тип хәбәр итә ойоштороусылар.

22.06.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика