Гөлнур Яҡупованың шиғриәт донъяһына рәхим итегеҙ! («Китап»та Гөлнур Яҡупованың «Һайланма әҫәрҙәр»енең I томы донъя күрҙе)

    «Китап» нәшриәтендә күренекле башҡорт яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, шағирә һәм прозаик Гөлнур Яҡупованың «Һайланма әҫәрҙәр»енең I томы донъя күрҙе. Барлығы 9 бүлектән торған йыйынтыҡҡа шағирәнең 1965-2018 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары, дастандары тупланған.

    «Әлмисаҡтан – һөйөү ауазы» тип исемләнгән тәүге бүлектә әҙибәнең «Әҙәм вә һауа» поэмаһы менән йәшлек, һөйөү, тәбиғәт хаҡындағы шиғырҙары урын алған. Поэманы уҡый башлағас та уның сюжет, композиция төҙөлөшө күҙгә бәрелә. Һорау-яуап, һорау-өндәшеүгә, диалогка ҡоролған алымдарҙы оҫта ҡуллана шағирә:

   -    Иҫеңдәме, Һауа, иҫеңдәме?!

  - Әҙәп боҙған Әҙәм онотоламы?

  - Ҡоторттоң бит үҙең...

    Арбаның, Ал, тип ул тыйылған алманы.

   - Йә, биғәйбә, йәнем.

   Иҫемдә...

Поэмала Әҙәм менән Һауаның мөхәббәтенән яралған ерҙәге тормоштоң, донъяның дауам итеүе хаҡында бәйән ителә. Әҙәм менән Һауа бер-береһен һөйә, наҙлай, ярата. Ләкин, был гонаһ! Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ерҙәге тормош – ул тап мөхәббәттән тыуа:

    Һөйөү – наҙлы.

   Һөйөү – татлы.

   Түләтә ул – Ҡатлы-ҡатлы,

   Хаҡлы-хаҡлы...

   «Илкәйемдә – минең даланым» исемле бүлектә иһә халыҡ, тыуған ил, тыуған ер, туған тел, Башҡортостан темаһын яҡтыртҡан шиғырҙары бирелә. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Шаңдау» поэмаһында Гөлнур Яҡупова Башҡортостаныбыҙҙың Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан алып бөгөнгәсә үткән юлын, тарихын, сәйәсәтен сағылдыра: 

   Шаңдау!

   СССР-ҙа – ҙур шау.

   Көр тауышлы Ельцин ораны:

   Ал, ти, суверенитет, туйғанса,

   Башҡортостан, күпме һораның.

   «Дәүерҙәрҙе ялғап дәүерҙәргә» тип аталған өсөнсө ҙур бүлек «Табындар» дастаны менән башлана. Шағирә милләттәштәрен уяу, намыҫлы булырға саҡыра, шәжәрәңде, тарихыңды онотмаҫҡа, башҡортлоҡто һаҡлап ҡалырға өндәй:

   Тәуарихты, тарихнамәне лә

   Таны, милләт, таныт үҙеңде,

   Шиғырҙарын уҡы шағирҙарҙың,

   Һағай, уян, ас һин күҙеңде!

   Артабанғы «Йәнтөйәккә мәҙхиә» бүлеге Гөлнур Яҡупованың тыуған төйәге – Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәтле Ғафури районына, тыуған ауылына, Ватанына дан йырлауҙан ғибәрәт.

   Йыйынтыҡтың башҡа бүлектәренән күреүебеҙсә шағирә әҙәбиәт һөйөүсеһе алдына тәбиғәт балаһы, тәрән хис-тойғоло лирик шағир булараҡ күҙ алдына баҫа. Иң һуңғы бүлеккә балалар өсөн яҙылған бер шәлкем шиғырҙары ингән. «...күңел тәрәнлектәрен сағылдырған, йөрәк тибешен ишеттергән, йәнебеҙ тәбиғәткә һыйынған, һөйөү-һөйөлөү хистәренәсорналған шиғырҙар күпселекте тәшкил итә, шағирә ижадының төп асылын билдәләй», - тип яҙа «Шиғриәт балҡышы» тип аталған баш мәҡәләһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар.

   Яңы китап тиҙҙән һатыуға сығарыла.

   Нәшриәттең фирма магазины Өфө ҡалаһы Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса урынлашҡан.

  

10.06.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика