Һүҙлектәрҙә – тел байлығы

  Республикабыҙҙың ауыл һәм ҡала мәктәптәрендә башҡорт теле икенсе дәүләт теле булараҡ күптән уҡытыла. Барлыҡ белем усаҡтарында мәктәп уҡыусылары башҡорт телен башҡа фәндәр менән бер тигеҙ өйрәнәләр. Беҙгә сер түгел, ҡалала үҫкән һәм сит милләт балаларына телде белеү бик еңелдән бирелмәй. Был өлкәлә телсе ғалимдар әүҙем эш алып бара: башҡорт телен өйрәнеүҙе еңелләштереү өсөн китаптар яҙыла, текстар тәржемә ителә, һүҙлектәр төҙөлә.
  Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, телде ныҡлап уҡыу һәм уҡытыу маҡсатында Аҙнағолов Рафаил Ғәйнетдин улының Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 2016  йылда сыҡҡан «Башҡортса-русса, русса-башҡортса мәктәп һүҙлеге» донъя күрҙе. Ул  яҡынса 40 мең һүҙҙе үҙ эсенә ала.
  Шулай уҡ «Эдвис» уҡыу-методик үҙәгендә 2018 йылда «Башҡорт-урыҫ һәм урыҫ-башҡорт һүҙлеге, телмәр өлгөләре, грамматика» исеме аҫтында баҫылған (Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы, Сәйәхова Лена Ғәли ҡыҙы) һүҙлектә  17500 һүҙ тупланған. Был уҡыу ҡулланмаһы шулай уҡ мәктәп уҡыусылары һәм телде өйрәнеүселәр өсөн бик уңайлы.
  «Мир печати» нәшриәтендә 2017 йылда Усманова Нәзирә Ғәли ҡыҙы  авторлығында тупланған «Башкирско-русский и русско-башкирский словарь. Башкирско-русский разговорник» тип аталған был баҫма күптәрҙең иң яратҡан китабына әйләнеп өлгөрҙө.
Телде өйрәнеү өсөн кәрәкле һүҙлектәр һәм уҡыу ҡулланмалары беҙҙең магазинда һәр саҡ һатыуҙа.
17.03.2020

Возврат к списку