Үҫмер балаларға

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" китабын башҡорт һәм рус телдәрендә уҡырға була.

Зәйнәб Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" повесы бер нисә быуын балаларының мауығып уҡыған әҫәре. Ҡыҙырас менән Юлдаштың ябай ауыл тормошондағы мажаралы ваҡиғалары, бәләкәй генә шатлыҡтарҙы ла бала күҙлеге аша тойоу мөмкинлеге булыу уҡыусыны үҙенә ылыҡтыра. Бер тында уҡып сығырлыҡ ошо әҫәр балаларға һис шикһеҙ оҡшар.

Баҫмаға эйә булыу өсөн беҙҙең магазиндарға йәиһә www.kitap-ufa.ru сайтына мөрәжәғәт итегеҙ.
19.01.2022

Возврат к списку