«Өс таған» донъя күрҙе

  Сираттағы һөйөнөслө хәбәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ – ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап»  нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең уҡыусылар яратып уҡыған  «Өс таған»   исемле китабы  донъя күрҙе.

Был китапта яҙыусының «Өс таған »  повесы менән «Йәләлетдин атай»   хикәйәһе башҡорт һәм рус телдәрендә тәҡдим ителә.

  Баҫма декабрҙә үткәреләсәк Республика башлығы шыршыһына саҡырылған һәләтле балаларға бүләк булараҡ та әҙерләнде.

  «Өс таған» –  яҙыусының  балалар өсөн ижад иткән  ҙур күләмле  мауыҡтырғыс повестарының береһе.  Автор билдәләүенсә, балалар донъяһы – айырым бер хыялдар, теләктәр донъяһы.  Ошоларҙы уҡыусыларына шундай мауыҡтырғыс  һәм ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләй, ундағы геройҙарҙың  батырлығы, донъя ҡапма-ҡаршылыҡтары менән көрәшеүҙәре һәм шуҡлыҡтары, ололарса фекерләүҙәре һәм эш итеүҙәре менән  уҡыусыларҙы үҙенә ылыҡтыра ғына бара. Бында, әлбиттә , әхлаҡ темаһы төп урындарҙың береһен биләй. Геройҙар ҡапма-ҡаршылыҡтар менән-күҙмә-күҙ осрашып, уларҙы хәл итеү, төҙәтеү яҡтарын да эҙләйҙәр. Повеста дүрт дуҫтың мажаралары, әлбиттә, береһен дә битараф ҡалдырмай, китап уҡыусыларын борсоуға ла һала, уйланырға ла мәжбүр итә.

  Шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан    әҫәр буйынса режиссер Айнур Асҡаровтың  «Өс таған» фильмының рус телендәге трейлеры интернет селтәрҙәренә сыҡты. Китапта ла,  фильмда ла ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡҡанда дуҫлыҡ, ихтыяр көсөнөң ни тиклем кәрәк һәм ҡәҙерле булыуы бәйән ителә.

  Китап кескәй дуҫтарыбыҙға, шулай уҡ башҡорт әҙәбиәтенә һәм халыҡ шағирының ижадына битараф булмаусыларҙың барыһына ла ҙур бүләк. Ул бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа, рәхим итегеҙ!
17.11.2020

Возврат к списку