Һөйөнөслө хәбәр: яңы баҫма!

  Ошо  көндәрҙә  билдәле  шағир,  публицист,  йәмәғәт  эшмәкәре  һәм  ғалим-энциклопедист, Салауат Юлаев исемендәге  дәүләт премияһы  лауреаты  Рәшит Шәкүрҙең  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап»  нәшриәтендә  «Һайланма әҫәрҙәр»   китабының  II  томы донъя күрҙе.

  Авторҙың был китабында  әҙәбиәт белеменә ҡараған мәҡәләләре, күренекле әҙәбиәт,  сәнғәт һәм фән эшмәкәрҙәре тураһындағы  ижади портреттары, үҙ  ваҡытында  гәзит-журналдарҙа  баҫылып  сыҡҡан интервьюлары индерелде.  Баҫма киң  ҡатлам  уҡыусыларына  тәғәйенләнә.

  Китап бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа. Хаҡы 180 һум.
15.10.2020

Возврат к списку