Һөйөнсө! Яңы китаптар

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте үҙенең яңы баҫмалары менән китап уҡыусыларын ҡыуандырып тора. Ошо көндәрҙә драматург Наил Ғәйетбайҙың «Һайланма әҫәрҙәр. 2 том: комедиялар» һәм Ибраһим Абдуллиндың «Хуш, Рим!» исемле китаптары донъя күрҙе.
Наил Ғәйетбай. Һайланма әҫәрҙәр. 2 том: комедиялар. Билдәле драматургтың был китабында Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй һәм Урта Азия илдәре театрҙарында ҙур уңыштар менән барған популяр комедиялары тупланды.
Ибраһим Абдуллин. Хуш, Рим!Роман реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған. Бер төркөм совет кешеләре Италия патриоттары менән фашизмға ҡаршы батырҙарса көрәшеп, Бөйөк Еңеү таңын яҡынайтыу өсөн ҡаты һынауҙар аша үтә. Л. Колесников етәкселегендәге партизандар отряды боронғо Римда һәм уның биҫтәләрендә үҙҙәренең интернациональ бурысын намыҫ менән үтәй.
Был китаптар тиҙҙән һатыуға сығасаҡ.
18.05.2020

Возврат к списку