Аҡ аманат- һалдат хаттары

Аҡ аманат- һалдат хаттары
Өскөл хаттар, өскөл хаттар. Әсәләр ҙә, балалар ҙа
Һандыҡтарҙың төбөндә. Шуларға өмөт бағып,
Ята көтөп, ята көтөп. Текәлә һаман текәлә
Хужаларын бөгөн дә. Нисәнсе ҡабат алып.

Окоптарҙа, походтарҙа өскөл хаттар, өскөл хаттар
Аяғөҫтө яҙылып, һандыҡтарҙа ишлеләр.
Ҡайтҡайнылар көткөндәрҙең ...Алһын тик һөйөү хаттары
Йөрәгенә яҙ булып. Киләсәктә кешеләр.
(Риф Мифтахов)

  Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, илебеҙ быйыл Еңеүҙең 75-се яҙын ҡаршыланы. Үкенескә күрә, беҙгә тыныс тормош яулаусы ветеран бабай-олатайҙар, инәй һәм өләсәйҙәр һаны йылдан-йыл һирәгәйә бара.
  Утлы һуғыш йылдары менән бөгөнгө тарихты бәйләүсе яҙмалар, әлбиттә, бихисап. Ә уларҙың асылын, ысынын  бөгөнгәсә еткерә алған иң ҡәҙерле һәм бөгөнгәсә һаҡланып килгән изге аманат ул – һалдат хаттары. Улар яу ҡырында ятып ҡалғандарҙың ғүмер иҫтәлектәре, ғүмер сатҡылары. Һәр бер хатта еңеүгә өмөт, илбаҫарҙарға нәфрәт сағыла.
  Өскөл хаттар фронт менән тыл араһындағы бәйләнеш, шул дәүерҙең тарихи яҙмаһы ул. Ниндәй ауыр шарттарҙа, пулялар һыҙғырыуы аҫтында яҙылған һалдат хаттары, үкенескә, бик аҙ ғыналары һаҡланған...
  Уҡыусылары  иғтибарына  Зәйнәб Биишева исемендәге  “Китап” нәшриәте күптән түгел донъя күргән  “Аҡ аманат-һалдат хаттары. Письма огненных лет”  тип исемләнгән китап тәҡдим итә. Төҙөүсеһе һәм авторы Фәрит Вәхитов.
  Был баҫмаға Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының өсмөйөшлө хаттары, көндәлектәренән өҙөктәр, иҫтәлектәр индерелгән. Китап киң ҡатлам уҡыусыға тәғәйенләнә.
  Был китапты беҙҙең магазиндарҙан һатып алырға мөмкин. Хаҡы 180 һум.
23.06.2020

Возврат к списку