«Аҡ донъям»да аҡ төҫтәр балҡышы (Нәшриәттә Ләйсән Яҡупованың «Аҡ донъям» китабы донъя күрҙе)

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Ләйсән Яҡупованың «Аҡ донъям» тип аталған татар телендә электрон баҫмаһы донъя күрҙе.
«Аҡ донъям» йыйынтығы һәр кемдең күңелендә булған, бер ҡасан да иҫкермәгән мәңгелек матур темаға – мәхәббәткә арнала. Был донъяла ғүмерендә бер тапкыр булһа ла һөйөү тойғоһо кисермәй ҡалған кеше юҡ. Һағышлымы ул, һөйөнөслөмө, мәхәббәт татыған миҙгелдәр онотолмай.
Яратыу, һөйөү тулы ялҡынлы хистәр менән һуғарылып яҙылған лирик шиғырҙарында әҙибәнең күңел кисерештәре сағылыш таба, бөгөнгө менән ғорурланыу, үткәнде һағыныу тойғолары ярылып ята, ул йәшлегенә ауаз һала, әҫәрҙәре менән бала сағына әйләнеп ҡайта, ә мауыҡтырғыс сюжетлы хикәйәләрендә тормош-көнкүреш проблемаларына туҡтала, йәш ғаилә, ҡатын-ҡыҙ мәсьәләләрен асыҡларға тырыша.
Ләйсән Яҡупова әҫәрҙәренең нигеҙендә аҡ төҫтәр балҡышы күҙгә салына, автор шуға күрә лә яҡшылыҡтың, изгелектең яманлыҡты, яуызлыҡты еңеп сығырына ышана.
Шиғырҙар һәм хикәйәләрҙе туплаған «Аҡ донъям» йыйынтығы һәр кемдең күңеленә хуш килер, китап кәштәһендә үҙ урынын табыр.
Йыйынтыҡ БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.
***
АК ДӨНЬЯ
Ап-ак күлмәктән агачлар,
Күктән энҗе коела...
Мин яшәгән дөнья бүген
Ап-ак булып тоела...
Бер төс калмаган. Бар җирне
Каплап алган ап-ак кар.
Шулай да беләм, дөньяның
Башка төсләре дә бар...
Сизгер җаным ул төсләрнең
Барлыгын никтер тоя...
Тоймамышка салышам да
Яшим синдә, ак дөнья!..

ТӨШЕНМӘДЕҢ...
Аптырап карап торасың
Еламавыма,
Коп-коры керфекләремә,
Елмаюыма.
Төшенмәдең, дускай, мине
Елату серен.
Түгелергә, җитә иде
Бер җылы сүзең...

СОҢЛАГАН КӨЗ
Соңлаган көз.
Дөнья пычрак.
Көттерә кыш, килми генә.
Аяк астымда җир елый,
Басып атлыйм яшьләренә...
Күңелемнән бу көзләрнең
Китәргә юк исәпләре...
Күңелемә кергән берәү
Таптап чыкты хисләремне...
05.06.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика