Аҡъюл ижады

Аҡъюл ижады

   Аҡъюл псевдонимы менән ижад иткән Исмәғил Исхаҡ улы Аҡъюловтың «Саҡрым-саҡрым ғүмер юлдары…» исемле китабы донъя күрҙе. Баҫмала авторҙың «Саҡрым-саҡрым ғүмер юлдары…» повесы менән «Айсберг» эссеһы урын алды.

    Автор ижадында йәшәү мәғәнәһе, әхлаҡи сафлыҡ, мөхәббәт кеүек мәңгелек темаларҙы яҡтырта. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә үҙ йөрәге аша татыған әҫәр геройҙары ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, саф күңелле, донъяға яҡты ҡарашлы, изге уй-фекерле булып, Ер йөҙөндә матурлыҡты, тыныслыҡты, мөхәббәтте яҡлайҙар.

    Әҫәрҙәр уҡыусыны һутлы тел менән яҙылыуы, тормошсан персонаждар һүрәтләнеүе менән арбай.
Китапты нәшриәттең фирма магазинында (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтында һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
07.12.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика