Һабантуйҙар үтте гөрләп…(«Китап» нәшриәте республикабыҙ һабантуйҙарында ҡатнашты)

Яҙы сәсеү эштәре тамамланыуға, ялан батырҙарына, хеҙмәт уңғандарына арналған район һәм ҡала һабантуйҙары - халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, ғөрөф - ғәҙәттәрен сағылдырған, төрлө милләттәрҙе берләштергән иң ҙур һәм иң матур байрамдарҙың береһе.
Республикабыҙҙа шаулап – гөрләп һабантуйҙар үтте. Матур сараны һәр кем кѳтѳп алды, һәр кем ихлас ҡатнашты. Хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде, алдағы йылдарға аныҡ маҡсаттар билдәләнде.
Тантаналы сараларҙан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте быйыл да ситтә ҡалманы. Ул сараларға йәм өҫтәп милләттәштәребеҙҙе – китап уҡыусыларыбыҙҙы үҙ продукциялары менән һөйөндөрҙө. Һабантуйға килеүсе һәр кем нәфис әҙәбиәт, әкиәттәр, йырҙар йыйынтыҡтары, мәктәп, мосолман календарҙары һәм башҡа күп төрлө сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптар алып ҡыуанды.
Ошо күңелле сараларҙа ҡатнашып, халыҡ менән яҡындан аралашырға форсат биргәндәре, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алғандары өсөн «Китап» нәшриәте Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен районы хакимиәтенә оло рәхмәтен белдерә.
Әйткәндәй, нәшриәт тиҙҙән китап һатыу күргәҙмәһен Һамар, Силәбе өлкәһендә үтәсәк һабантуйҙарға барып та ойошторорға ниәтләй.  Башҡортостаныбыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе 23 июндә Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Украинка ауылы эргәһендә һәм 7 июлдә Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында уҙасаҡ һабантуйҙарҙа көтөп ҡалабыҙ!

Һабантуй биҙәге – китап күргәҙмәһе үҙәгенә ашыҡ, милләттәшем, уҡыусым, хөрмәтле яҡташым!

19.06.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика