Ғабдулла Байбурин ижады һәм шәхесе

Ғабдулла Байбурин ижады һәм шәхесе

   «Күпме юлдар үттем…» йыйынтығында (татар телендә; автор-төҙөүсеһе Рәиф Әмиров) күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғабдулла Байбуриндың (1925–1994) әҙәби мираҫы хаҡында белешмәләр, ҡайһы бер әҫәрҙәре, уның ижады тураһында һайланма мәҡәләләр, яҡындары һәм туғандарының иҫтәлектәре, автор-төҙөүсенең «Сәфәр кешеһе» исемле повесть-хәтирәһе тупланды.

    Китап ҡәләм оҫтаһының ижадын һәм шәхесен тулыраҡ күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә, яҙыусы тормошоноң быға тиклем билдәле булмаған яҡтарын сағылдыра.

    Баҫма әҙәбиәт белгестәренә, уҡытыусыларға, студенттарға, шулай уҡ Ғабдулла Байбурин ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.

    Китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
07.12.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика