Абдрахманов Риф. Йомашым

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең магазин кәштәһенә Риф Абдрахмановтың «Йомашым» исемле китабы һатыуға сыҡты. Йомаш ауылының “Һаҡмар” колхозының тарихына, йәшәйешенә арналған был китап мәрхүм С. Х. Иҫәновтың васыят итеп ҡалдырған дәфтәрҙәрендәге мәғлүмәттәргә таянып, өҫтәлеп яҙыла. Тыуған төйәгенең үткәне менән ҡыҙыҡһыныусыларға тарихи-сәйәси мәғлүмәт бирә.
Китап уҡыусыларға, студенттарға, уҡытыусыларға, төбәкте өйрәнеүселәргә тәғәйенләнә.
Китапты Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте магазинынан (Октябрь проспекты, 2) һатып алырға мөмкин.
09.08.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика