Ҡанатлы баһадир

Китап һөйөүселәр өсөн тағы ла шәп яңылыҡ –  ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Лира Яҡшыбаеваның рус һәм башҡорт телдәрендә   «Ҡанатлы баһадир»  исемле китабы донъя күрҙе. Төп герой китапта  шундай оҫта һүрәтләнгән, уны ҡулға алыу менән, бер тынала уҡып сығырға мөмкин.
Бөркөт булып остоң Уралыңдан,
Ҡаяларҙа ҡанат нығытып.
Фашист ҡоллоғонда ҡалмаһын тип,
Тыуған ерең, ғәзиз ил-йотоң.
Ҡан-йәш менән һуғарылған ерҙең
Һәр ҡарышы өсөн йән атып,
Йәһәннәмгә олаҡтырҙың, һанһыҙ
Илбаҫарҙар өйөрөн ҡыйратып.
Ҡорос ҡанат ҡыйғыр «Ыласын» дан
Дер  ҡалтырап ҡасты дошмандар.
«Һауала – Латипов!» - тип һөрәнләп,
Тайшандылар йәнәш осҡанда.
Мәсетлелә тыуып, Әйҙә ҡойоноп,
Ныҡлы рухды ысын ир етеп,
Еңеү яулап, шөһрәт –дан ҡаҙанды
Ҡотдос атлы ҡая бөркөтө!
                               Әлфиә Әсәҙуллина
Авторҙың «Ҡанатлы баһадир» тигән был китабында Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып ахырына тиклем йән аямай көрәшкән летчик-штурмовик Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Ҡәниф улы Латыпов тураһында һүҙ бара.
Китап беҙҙең  магазиндарҙа бөгөндән һатыуҙа. Хаҡы 100 һум.
Шулай уҡ авторҙың  «Халҡыбыҙ изгеләре» һәм рус телендә   «Зайнулла Ишан. На пути к истине. От истины в вечность» исемле китаптарын уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. Хаҡтары 300 һум.
09.06.2020

Возврат к списку