Һатыу-күргәҙмәбеҙ Магнитогорск һәм Әбйәлил яҡтарына юл тота

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап һатыу-күргәҙмәһе 2019 йылдың 21 һәм 22 февраль көндәрендә Магнитогорск ҡалаһына һәм Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылына юллана.
Иртәгә, йәғни 21 февралдә, Магнитогорск ҡалаһының «Халыҡтар дуҫлығы йорто»нда Башҡортостан Республикаһына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға, шулай уҡ Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһе уҙғарыла.
22 февралдә Асҡар ауылының «Йәштәр һарайы»нда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған район кимәлендә ҙур тантана үтә.
Нәшриәттең сауҙа-күргәҙмәһе үрҙә әйтеп үтелгән сараларға тамашасы өсөн үҙенең иң яҡшы китаптарын әҙерләне.
Хөрмәтле Әбйәлилдәр, хөрмәтле милләттәштәр! Нәшриәтебеҙҙә сыҡҡан өр-яңы китаптар менән танышырға, уларҙы яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға бүләк итергә теләһәгеҙ, сауҙа-күргәҙмәһенә килегеҙ! Беҙ һеҙҙең күңелегеҙгә яраған, зауығығыҙҙы, рухиәтегеҙҙе үҫтергән иң матур, бай йөкмәткеле, сағыу тышлы китаптарыбыҙҙы, календарҙарыбыҙҙы, дәреслектәребеҙҙе, фотоальбомдарыбыҙҙы, уҡыу әсбаптарыбыҙҙы алып киләбеҙ!
Күргәҙмәләребеҙ Башҡортостан республикаһының һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә үткәрелә.

ҺАТЫУ КҮРГӘҘМӘҺЕ:
- 21 февралдә 13.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем (Магнитогорск ҡалаһының «Халыҡтар дуҫлығы йорто»);
- 22 февралдә 11. 00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем (Әбйәлил районы Асҡар ауылының «Йәштәр һарайы») эшләй! Рәхим итегеҙ!
Һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә шылтыратығыҙ. Телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55; электрон адресыбыҙ: kitapmarket@mail.ru; сайтыбыҙ: http://www.kitap-ufa.ru
20.02.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика