Автограф көнө уҙҙы

Автограф көнө уҙҙы

    Бөгөн, 23 март, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Автограф көнө үтте. Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған был күркәм сараны нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева алып барҙы. Осрашыуҙа яҙыусы, филология фәндәре докторы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, М. Аҡмулла, З. Биишева, Р. Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры Рәшит Шәкүрҙең«Һайланма әҫәрҙәр» (Ι том), талантлы шағир, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, З. Биишева, Р. Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты Хәсән Назарҙың«Һайланма әҫәрҙәр», ижад донъяһына яңыраҡ аяҡ баҫҡан Бәхтейәр Хәлитовтың «Аға иҙел – Ағиҙел», күренекле шағир, драматург Салауат Әбүзәрҙең «Ғәмәл дәфтәре» китаптарының исем туйы үтте. Әҙәби сарала шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һәм БР Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаев ҡатнашты. Улар яңы сыҡҡан китаптарға байҡау яһап, башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән ҡәләмдәштәренә рәхмәт белдерҙе.

    Авторҙар, үҙ сиратында, китап яҙылыу тарихы һәм артабанғы ижади пландары менән уртаҡлашты, шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, яҙыусы менән уҡыусы араһына күпер һалған «Китап» нәшриәте етәксеһе Илһам Йәндәүләтовҡа һәм хеҙмәткәрҙәргә рәхмәтен әйтте.

    Осрашыу аҙағында Өфөнөң 124-се мәктәп уҡыусылары (етәкселәре Хәлиҙә Шәймәрҙәнова) Хәсән Назар, Бәхтейәр Хәлитов, Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙарын яттан һөйләп, йыйылған ҡунаҡтарҙы һөйөндөрҙө.

23.03.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика