Айбулат Сәсәнбаевтың һәм Рәсимә Сәлихованың «Йәштәр тауышы» серияһында яңы китаптары донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә  «Йәштәр тауышы»  серияһында күптән түгел бер юлы ике авторҙың китабы баҫылды. Бына улар: Айбулат Сәсәнбаев («Күләүектәге болоттар»)  һәм Рәсимә Сәлихова («Күңел ҡапҡалары»).
Айбулат Сәсәнбаевтың  шиғриәтендә кеше һәм тәбиғәт темаһы өҫтөнлөк ала. Йәш шағир тыуған яғын һағына, Башҡортостанға мәҙхиә йырлай, бала саҡ йылдарына әйләнеп ҡайта, тарих биттәренә күҙ һала, мөхәббәт диңгеҙендә  йөҙә. Шиғриәткә ҡыйыу аяҡ баҫҡан Айбулаттың ижадында юмористик пафослы әҫәрҙәр  ҙә күҙгә бәрелә. «Ай, бул, ат!» исемле шиғырында ул йәнләндереү алымын оҫта ҡуллана:
–  Ай, бул ат! – тим.
Ат бул, ай!
Ергә сабып төш тә
Ултырт мине һыбай!
Һаман күккә ҡарайым,
Өндәшмәне нисә ҡат?!
Бул ат, ай, тим, ай, бул ат!
Ҡараны ла ай, үсекте.
Ҡараны , тел күрһәтте.
Һин үҙең, ти,
Айбулат!
Сәпсим үҙәккә үттең.
Икешәр, дүртешәр юлдан торған бәләкәй күләмле  шиғырҙары аша тотош йөкмәткене асып биреүгә өлгәшә автор, уларҙа  парса жанрының сатҡылары күренеп ҡала:
«Тормош баллы ғына булмай бит тип,
Донъя аръяғына эшкә китте» («Ҡояш»).
Тормош, донъя, тирә-яҡ мөхит хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған йыйынтыҡ китап уҡыусының күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ. Бәләкәйҙән шиғриәткә ғашиҡ Айбулаттың шиғри шәлкемдәре һәм хикәйәләре республика баҫмаларында даими донъя күрә, Сибай ҡалаһы һәм Башҡортостан кимәлендәге төрлө әҙәби конкурстар еңеүсеһе тип табыла. Бөгөнгө көндә Айбулат Сәсәнбаев «Башҡортостан» дәүләт телерадио компанияһында эшләй.
Рәсимә Сәлихованың «Күңел ҡапҡалары» йыйынтығында  иһә тормош, йәшәйеш, замана проблемалары тупланған. Лирик герой йыш ҡына  күңел кисерештәре аша  ғәҙелһеҙлек, ике йөҙлөлөк, яҡшылыҡ, яуызлыҡ  хаҡында һүҙ йөрөтә («Арығанда»,  «Ваҡытлыса», «Яра», «Ялған байрам» ), шулай уҡ дуҫ, дошман кеүек төшөнсәләрҙе лә урап үтмәй:
Ауыр саҡта кешеләрҙең
Ысын йөҙө күренә -
Дуҫыңдың да битлек кейеп
Йөрөгәне һиҙелә.
Абынғанда ҡулын бирер
Асыҡ йөҙлө изгеләр.
Ниңә икән Һәр саҡ беҙҙең
Яныбыҙҙа түгелдәр? («Ниңә икән?..»).
Сарсап  һыуғанда шишмә һыуына, тәгәрәп барғанда рухи аҙыҡҡа тиңләргә мөмкин булыр ине Рәсимәнең ижадын. Уй-кисерештәренең тәрәнлеге менән уҡыу¬сыны үҙенә йәлеп итә өмөтлө йәш шағирә. Бөгөнгө көндә Рәсимә Сәлихова Белорет районының «Урал» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй, шиғырҙары «Ағиҙел», «Шоңҡар» журналдарында, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәрендә донъя күрә  бара.
Һәр китаптың тиражы - 500 дана. Уларҙы нәшриәттең фирма магазинында таба алаһығыҙ.
09.11.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика