Ҡайсын Кулиевтың "Яралы таш" китабының исем туйы

Ҡайсын Кулиевтың "Яралы таш" китабының исем туйы

Ҡайсын Кулиев— күп милләтле ҙур совет поэзияһының кимәлен билдәләй торған бейеклек һәм шул уҡ ваҡытта башҡа бейеклектәрҙе лә сағыштырма рәүештә күрһәтеп тора алырлыҡ бер үлсәм.
Күптән түгел Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә күренекле балҡар шағиры Ҡайсын Кулиевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Назар Нәжми тәржемәлегендә “Яралы таш”исемле китабы донъя күрһә, тиҙҙән, йәғни, 2017 йылдың 11 сентябрендә, уның исем туйы ла үткәрелә.  Был сара төрки телле театрҙарҙың VI Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале сиктәрендә Өфө татар дәүләт “Нур” театры сәхнәһендә  уҙғарыла. Китаптың исем туйында Ҡайсын Кулиевтың тормош иптәше, шағирә Элизат  Кулиева ла ҡатнаша. Ошо уҡ көндө театр сәхнәһендә Ҡ.Кулиев исемендәге Балҡар дәүләт драма театры шағирәнең әҫәре буйынса ҡуйылған Жизнь-восхождение» спектаклен дә күрһәтә.
“Китап” нәшриәте был көндө Ҡ.Кулиевтың “Яралы таш” әҫәренең күргәҙмәһен һәм шулай уҡ бик күп художестволы әҙәбиәт, балалар әҙәбиәте, уҡыу әсбаптары, һүҙлектәр, белешмәләр һатыуҙы ла ойоштора.
Ҡайсын Кулиев ижады менән ҡыҙыҡһынғандарҙы, китап уҡыусыларҙы, шулай уҡ әҙәбиәт, сәнғәт, йыр-моң һөйөүселәрҙе 11 сентәбрҙә сәғәт киске 7-лә Өфө татар дәүләт “Нур” театрында көтөп ҡалабыҙ
06.09.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика