Ҡайынлыҡ - малайҙар төбәге

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап»  нәшриәтендә яҙыусы, Башҡортостандың  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби премиялар лауреаты  Факил Мырҙаҡаевтың  юбилейы уңайынан ошо көндәрҙә  «Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге»,   исемле китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡ уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителгән  «Аҡтүш-пират һәм Рөстәм менән Марат» «Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге»  повестарынан  һәм хикәйәләрҙән  тупланды.
Яҙыусы әҫәрҙәрендә замана үҫмерҙәрен сағылдыра,  тормошон, уларҙың холоҡ-фиғеле, кисерештәре, эш-шөғөлдәре, уйындары аша мауыҡтырғыс итеп еткерә алған. Улар – ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта һәр береһенең  фекере бар, зирәк һәм тапҡыр,тырыш һәм сос малайҙар-ҡыҙҙар.
Китап бер тынала уҡып сығыла.
Баҫма ошо көндәрҙә беҙҙең магазиндарҙа  һатыуға сығасаҡ.
09.09.2020

Возврат к списку