Бөгөн - Бөтә донъя шиғриәт көнө

Бөтә илдәрҙең шағирҙары һәм шиғыр яратыусылары бөгөн Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләй. Был байрамды ойоштороу тураһында ҡарар 1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында ҡабул ителә.
Бөтә донъя шиғриәт көнө бәләкәй нәшриәттәргә үҙҙәре тураһында киң белдереү мөмкинлеген бирергә саҡырылған, сөнки күбеһенсә уларҙың көсө менән заман шағирҙарының ижады уҡыусыларға, тере яңғыраған шиғри һүҙ традицияһын тергеҙеүсе әҙәби клубтарға еткерелә.
Байрам ойоштороп, ЮНЕСКО бөтә донъя киң мәғлүмәт сараларын поэзияның, кешеләргә асыҡ, ысын заманса сәнғәт булараҡ, позитив образдарын булдырыуға өндәй.
***
Шиғриәт уйландыра, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа, юғарылыҡҡа әйҙәй, күңелдәребеҙгә аҡ нур бөркә, йәм өҫтәй.
Шиғриәт бит – үҙе бер дәүләт ул,
Шул дәүләттең шағир – батшаһы (Рәми Ғарипов)!
Хөрмәтле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ, ҡәҙерле шиғриәт һөйөүселәребеҙ, һеҙҙең барығыҙҙы ла Бөтә донъя шиғриәт көнө менән ихлас ҡотлап, үткер һүҙ, күркәм тел, тәрән уй-фекер теләйбеҙ!
21.03.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика