Бөгөн билдәле ғалим, сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған көнө

Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов  — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған.
Әхмәтзәки сығышы менән дин эшмәкәрҙәре Вәлидовтар — Суҡлыҡай ырыуы башҡорттары нәҫеленән була. Әхмәтзәки Вәлиди үҙе иҫкә алғандарҙан билдәле иң элекке ата-бабалары Иштуған булған. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарихи архивында һаҡланған мәғлүммәттәр буйынса, беҙгә уның ҡарт-ҡарт-ҡартатаһының Тайып Иштуған (1750—1837) һәм ҡарт-ҡарт-өләсәһе Гөләндән Мортазина булыуы билдәле, улар икеһе лә типтәр ҡаталамынан сыҡҡандар тип яҙылған. Тайыптың өс улы булыуы билдәле — Әйүп, Хәлит һәм Вәлит (Әхмәтзәкинең ҡарт-ҡартатаһы). Вәлиттең өс ҡатыны һәм ун бер улы булыуы билдәле, улар араһында Әхмәтзәкинең ҡартатаһы — Әхмәтйән дә була. Документтар буйынса Әхмәтйән Вәлидовтың башҡорт булыуы һәм уның ҡатыны Мөхәбъямал Уйылданова булыуы билдәле.
1898—1902 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди Көҙән ауылы мәҙрәсәһендә башланғыс синыфтарҙа атаһы Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы Вәлидовтан һабаҡ ала, ә әсәһе Өммөлхаяттан фарсы телен өйрәнә.
1902—1908 йылдарҙа Үтәк ауылында бабаһы (әсәһенең ағаһы) Хәбибназар Мөхәммәткафи улы Һатлыҡов (1862—1921) мәҙрәсәһендә белем алыуын дауам итә.
1908—1909 йылдарҙа Ҡазанда «Ҡасимиә» мәҙрәсәһендә уҡый. 1909—1911 йылдарҙа — шул уҡ мәҙрәсәлә төрөк тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәте тарихын уҡыта. Шул уҡ ваҡытта 1910 йылдан алып Ҡазан университетында В. А. Богородский һəм Н. Ф. Катановтың тарих һəм лингвистика буйынса лекцияларын тыңлай.
400 ҙəн ашыу фəнни хеҙмəт авторы, шул иҫәптән «Төркиҙəрҙең дөйөм тарихына инеш» (1946), «Тарихи тикшеренеү методологияһы» (1950) һәм башҡалар. 1969 йылда Истанбулда «Хəтирəлəр» (урыҫ телендə 1994 йылда, 1997 йылда һəм 1998 йылда, башҡорт телендə 1996 йылда баҫылып сыға). Был хеҙмəт ХХ быуаттың 1 се сирегендə Рəсəй империяһы һəм ССС-ҙың мосолман халыҡтарының милли-азатлыҡ хəрəкəте, Башҡортостан автономияһы төҙөү тарихтары буйынса ҡиммəтле сығанаҡ булып тора.
10.12.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика