Бөгөн - Халыҡ-ара туған телдәр көнө

21 февралдә бөтә донъя Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек,ғәзиз хазинаhы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта «Иле-юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ» тип әйтелә. ЮНЕСКО тәҡдиме менән 1999 йылдан алып 21 февраль – Халыҡ - ара туған телдәр көнө тип иғлан ителгән.
Белгестәр билдәләүенсә, тел йәшәһен өсөн 100 меңдән ашыу кешенең һөйләшеүе шарт. ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса донъяла 6 меңдән ашыу тел бар.
Туғaн тел... Кеше тәү мәртәбә ошо телдә - «әсәй», «атай»hүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аралаша. Әхлаҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына hеңдерә, күңеленә һала. Туған теле арҡаһында ул үҙ халҡының күңел хазинаһын – илаһи йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетенә ирешә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ниғмәти үҙенең бала сағы хаҡында бына нимә тип яҙған:
«Минең атайымдың эсе тулы хазина булып сыҡты: ул бик күп әкиәт белә ине. Йәйге кистәрҙә - өй эргәhендә, ҡышҡы кистәрҙә - урындыҡҡа теҙелеп, беҙ атайымдың бер ваҡытта ла туйҙырмай торған әкиәттәрен сәғәттәр буйы тыңлай торғайныҡ».
***
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте тел һағында тороусы барлыҡ милләттәштәребеҙҙе Халыҡ-ара туған тел көнө менән ихлас ҡотлай! Телем, илем, ерем, тип йән атҡан рухиәт илселәренең изге юлдарында уңыштар теләй!
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаhы –
Таҙа намыҫы! (Б. Бикбай «Туған тел»)
21.02.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика