Бөгөн нәшриәтебеҙҙең тыуған көнө

Хөрмәтле авторҙарыбыҙҙы,
яҡын дуҫтарыбыҙҙы, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, нәшриәттә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға киткән остаздарыбыҙҙы, бөгөнгө көндә көн-төн тимәй, тырышып эшләгән хеҙмәттәштәребеҙҙе бар йөрәктән ҡотлайбыҙ!

Күренекле башҡорт әҙибәһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева исемен йөрөткән Башҡортостан "Китап" нәшриәте артабан да китап уҡыусыларыбыҙҙы яңы баҫмалары менән һөйөндөрөп торһон, халҡыбыҙҙың әҙәби мираҫын һаҡлап ҡалыуҙа тос өлөш индереүен дауам итһен!
16.10.2021

Возврат к списку