Бөгөн нәшриәттең һатыу-күргәҙмәһе V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында

     Бөгөн Өфөлә V Бөтә донъя ҡоролтайы эш башланы. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сарала Башҡортостан район-ҡалаларынан, Рәсәй төбәктәренән тыш, Белоруссия, Великобритания, Германия, Голландия, Израиль, Ирландия, Испания, Италия, Ҡаҙағстан, Канада, Ҡырғыҙ, Латвия, Литва, Монако, Польша, Португалия, США, Таджикистан, Төркиә, Үзбәкстан, Украина, Финляндия, Эстония, Швеция, Чехия, Швейцария илдәренән вәкилдәр бар. Съезда ҡунаҡтар, ойоштороусылар һәм журналистар менән бергә 700-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.
      Оло сара алдынан ҡоролтай делегаттары, ҡунаҡтары һәм ойоштороусылары Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланы.
     Әлеге мәлдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында ҡоролтайҙың пленар ултырышы башланды.
     V Бөтә донъя ҡоролтайында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап һатыу күргәҙмәһе лә ҡатнаша. Ул сарала ҡатнашыусыларға Башҡортостандың тәбиғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә арналған баҫмаларҙы тәҡдим итә. Сара башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, күргәҙмәгә бик күп халыҡ йыйылды. Күңеленә оҡшаған, рухиәтен үҫтергән китаптарҙы алып һөйөнә ошо минуттарҙа сара ҡунаҡтары!
      Китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ, ҡалабыҙ ҡунаҡтары, ҡоролтай делегаттары һәм ойоштороусылары, «Китап»тың һатыу күргәҙмәһен ситләп үтмәгеҙ! Килегеҙ! Китаптыр алығыҙ, таратығыҙ, уҡығыҙ! Беҙ «Торатау» конгресс-холл бинаһының 1-се ҡатында урынлашҡанбыҙ!

                                                                           



















28.06.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика