Бөгөн Стәрлелә «Балалар әҙәбиәте антологияһы» (III том) китабының исем туйы үтте

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында бөгөн башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән «Балалар әҙәбиәте антологияһы» китабының исем туйы үтте. Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән китаптың III томына Фәтхелҡадир Сөләймәнов менән Ибраһим Ҡыпсаҡ әҫәрҙәренән башлап, урта быуын яҙыусыларының һәм йәштәр ижадының иң сағыу әҫәрҙәре тупланды.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында барған бөгөнгө әҙәби сараға Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог, китаптың төҙөүсе авторы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, мәктәп һәм вуз уҡытыусылары, студенттар, шағирҙар, яҙыусылар, Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары, Ҡырмыҫҡалы районы балалар китапханаһының үҙешмәкәр ҡурсаҡ театры коллективы саҡырылған.
Гимназия уҡыусылары Корней Чуковскийҙың «Айболит»ын сәхнәләштереп, шиғырҙар һөйләһә, Ҡырмыҫҡалынан килгән үҙешмәкәр ҡурсаҡ театры педагогия фәндәре докторы, Яҙыусылар союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы, шағирә Рәмзәнә Әбүталипованың «Бесәй быйма эсендә» әҫәрен ҡуйҙы.
Сараны уҡыу йортоноң башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты ойошторҙо һәм алып барҙы.
Университеттың фойеһында ойошторолған нәшриәттең китап һатыу-күргәҙмәһе кисәлә ҡатнашыусыларҙың кәйефен күтәрҙе. Ул ҡунаҡтар өсөн бик күпләп балалар әҙәбиәте алып барҙы.
Халыҡ-ара балалар китабы көнөндә ойошторолған матур байрам һәр кемдең күңел күген биҙәне, бала-саҡ донъяһына алып инде, алға тағы ла яңы маҡсаттар өҫтәне.

02.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика