"Бүләк"ле булайыҡ

Ниһайәт, көтөп алған баҫмабыҙ донъяға "ауаз һалды"! Өндәре лә яғымлы һәм моңло, уның менән бергә аһәңле башҡорт телен өйрәнеүҙең тәүге басҡыстарына ышаныслы аҙым яһайһың. Тыуған еребеҙҙең матурлығын күрергә, бәләкәс кенә шатлыҡтарҙың да ҙур мәғәнәгә эйә булыуын, тәү ҡарашҡа ябай күренгән башланғыстарҙың оло киләсәккә нигеҙ икәнен төшөнөргә ярҙамсы ул "Бүләк".
Хәсән Абдулла улы Толомбаев һәм Мәрхәбә Сәйәфәр ҡыҙы Дәүләтшинаның уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-се класы өсөн туған (башҡорт) телен өйрәнеүгә тәғәйенләнгән был уҡыу баҫмаһы тиҙҙән мәктәпкә барасаҡ балалар өсөн генә түгел, атай-әсәйҙәргә лә матур һәм яратҡан бүләк булыр.
30.07.2021

Возврат к списку