Бөйөк Салауат

Башҡортостан тигән йондоҙ яна,
Рәсәй дәүләтенең күгендә,
Илде һаҡлап ҡалған батыр, тимәк,
Салауат ул -  тере бөгөн дә!

Башҡортостан тигән йондоҙ балҡый,
Көндән-көнгә яҡты, нурлыраҡ.
Тормош матур тыуған ерҙә генә,
Бармы бәхет шунан олораҡ?!

Батыр Салауаттың  рухы йәшәй,
Илкәйемдә, шуға шатланам.
Ерем йәшел, күгем зәңгәр бөгөн,
Яҡты донъяларға һоҡланам.

...Балҡып  торор килер көндәребеҙ,
Изгелектәр күберәк эшләһәк,
Салауаттың йәне фиҙа  ҡылып,
-    Илкәйем, - тип янып йәшәһәк!
            Радик Хәкимйән.
  
   Белеүебеҙсә, ошо көндәрҙә милли батырыбыҙ, шағир-импровизатор   Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл була.  Йырҙарҙа дан йырланған, шиғыр, әкиәт, легенда һәм башҡа  әҫәрҙәр аша  бала саҡтан белеп үҫкәнбеҙ һәм бөгөн дә уның тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар бихисап.
  2014 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә   «Бөйөк Салауат. Великий Салават» тип аталған китап донъя күрҙе. Авторы һәм төҙөүсеһе Ғәлим Хисамов.  
     С. Юлаев тураһында мәғлүмәттәр, уның үҙ шиғырҙары һәм  Салауат батыр хаҡында бер нисә быуат һуҙымында башҡорт, урыҫ, инглиз, төрөк, сыуаш, белорус, татар һәм ер йөҙөндә кешеләр һөйләшкән  бүтән  телдәрҙә  ижад  ителгән  әҙәби әҫәрҙәрҙең  өлгөләре  тәҡдим ителә.
Китапты беҙҙең магазиндарҙан һатып алырға  мөмкин. Хаҡы 180 һум.
15.06.2020

Возврат к списку