«Балҡыштар»ҙа яңы исемдәр балҡыны

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Балҡыштар - 2018» исемле йыйынтыҡ донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа төрлө быуын вәкилдәренең: Әлнисә Алдырханованың, Сәлиә Ғатауллинаның, Мәҙинә Йәғәфәрованың, Хәлиҙә Чембарисованың, Линиза Шакированың, Сәғирә Шәрәфетдинованың, Рәзилә Ырыҫҡужинаның, Гөлдәр Әхмәҙишинаның төрлө йылдарҙа яҙған хикәйәләре, повестары, юморескалары тупланды.
«Тыматауҙа күк томан» повесында  Әлнисә Алдырханова колхозлашыу осоронан беҙҙең көндәргә тиклем барған хәл-ваҡиғаларҙы тасуир итә. Замананың  әсе, яман еле  үҙ көстәре менән донъя көтөп, етеш тормошта  йәшәгән Ғәббәс менән Зөләйханың ғаиләһенә төшә. Ләкин, Зөләйха, ирен һөргөнгә алып китеүҙәренә ҡарамаҫтан, ауырлыҡтарға бирешмәй, аяҡҡа баҫа, балаларын кеше итә, олоғайған көнөндә ейәндәре араһында иң бәхетле өләсәйҙәрҙең береһе була.
Йыйынтыҡҡа ингән «Батырлыҡ тәңкәһе»,  «Кәкре әбей»,  «Аманат»,  «Боҙом», «Мәкер» исемле хикәйәләрендә лә  Әлнисә Алдырханова кешелек мөнәсәбәттәре, замана ҡуйған һорауҙарҙы, ауыл тормошон һүрәтләй.
Йыйынтыҡта Сәлиә Ғатауллинаның әҫәрҙәре лә («Һин китәһең, мин ҡалам...», « Балан балланды,балам», « Бер яңылыш аҙым» )айырым итибарға лайыҡ.
Һуңғы осор башҡорт әҙәбиәтендә хат алымын ҡулланып яҙылған әҫәрҙәр араһынан башлап яҙыусы Сәлиә Ғатауллинаның «Балан балланды, балам…» хикәйәһе иғтибарға лайыҡ. Автор үҙе уларҙы бәйән хаттары тип атай. Тик хаттарҙан ғына торған әҫәрендә С. Ғатауллина, ауыр ҡайғыларҙы иңенә йөкмәһә лә, үҙендә йәшәү көсө тапҡан, бөтә ғүмерен улына бағышлаған ғорур тәбиғәтле ҡатын Мәликәнең баҙыҡ образын тыуҙыра. Уның улына яҙған хаттарында әсә кешенең балаһына булған сикһеҙ мөхәббәте һәм бирелгәнлеге сағылыш тапҡан.
    Мәҙинә Йәғәфәрова исеме китап уҡыусыларға «Ҡарағаш» хикәйәләр китабы һәм  «Сер йомғағы сисеүҙәрем» шиғри йыйынтығы менән яҡшы таныш. «Балҡыштар»ға әҙибәнең «Ҡәҙер кисендә»,  «Зилә-Зиләйлүк»,  «Үкенес» һ.б. әҫәрҙәре инде.  
Оҙаҡ йылдар балалар матбуғатына тоғро хеҙмәт иткән Хәлиҙә Чембарисова хикәйәләрендә   («Кисергәнем өсөн ғәфү ит», «Выждан ғазабы», «Үкенес», «Гармунсы дуҫ» һ.б.)  ниндәй генә хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итмәһен, хатта ҡыҙғаныс хәлдәрҙе лә, сабыйҙарса яҡты хистәргә һуғарып тасуирлай.
    Тағы ла бик күп яңы исемдәрҙе балҡытҡан, яңы әҫәрҙәрҙе ҡалҡытҡан «Балҡыштар - 2018» электрон форматындағы йыйынтыҡ «Китап» нәшриәтенең фирма магазинына (Октябрь проспекты, 2)  һатыуға сығарылды. Китапты шулай уҡ рәсми сайтыбыҙға (http://www.kitap-ufa.ru) заказ биреп алырға ла була. Хаҡы – 35 һум.

04.12.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика