Балаларға яңы китап

Балаларға яңы китап

   Нәжибә Әминеваның татар телендә «Ҡасышлы уйнағанда» тип аталған шиғырҙар китабы донъя күрҙе. Автор балалар өсөн ижад ителгән был китабында ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларға бай балалар тормошон һүрәтләй, тормошсан миҫалдар ярҙамында балаларҙа тәбиғәткә, туған телгә һөйөү уята, хайуан, ҡоштарға ҡарата миһырбанлы ҡараш тәрбиәләй, кескәйҙәрҙе ололарҙы ихтирам итергә өйрәтә.
    Сағыу, матур һүрәттәр менән биҙәлгән китап шуҡ малай һәм ҡыҙҙарҙың ял ваҡытын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә ярҙам итер.
    Кесе һәм урта йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнә.
    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
30.09.2016

Возврат к списку