Нәшриәттең һатыу-күргәҙмәһе Өфө башҡорттары ҡоролтайында

     М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡоролтай делегаттары йыйылды.

     Көн тәртибендә рәсми ҡунаҡтарҙың сәләмләү һүҙе, ҡала шарттарында башҡорт мөхитен, милли һәм рухи күсәгилешлекте тәьмин итеү, туған телде, мәҙәниәтте һәм милли йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереү юлдары, йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек, белемгә ынтылыш тәрбиәләү тураһында фекер алышыу ҡаралған.

    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте уҡыусыларға Башҡортостандың тәбиғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә арналған баҫмаларҙы, Ибраһим Ғиззәтуллиндың «Үлгәндән һуң утыҙ йыл», Рим Ахмедовтың «Одолень трава», «Үҫемлектәр – һинең дуҫтарың һәм дошмандарың», «Одолень трава эҙҙәре буйлап», Мостай Кәримдең «Оҙон оҙаҡ бала-саҡ» (башҡорт һәм рус телдәрендә), Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» (башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә), «Балалар әҙәбиәте антологияһы» (төҙөүсе авторҙар коллективы; башҡорт һәм рус телдәрендә), Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» (башҡорт һәм рус телдәрендә), Яҡуп Ҡолмойҙоң «Һайланма әҫәрҙәр», «Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары» (төҙөүсе авторы Фәнис Янышев; башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә), Сергей Руденконың «Башкиры», Лира Яҡшыбаеваның «Зәйнулла ишан», Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә», 2019 йылға мәктәп календарын, «Ҡөрьән Кәрим» китабының яңы баҫмаһын, уҡыу һәм методик әсбаптар, һүҙлектәр, фотоальбомдар һәм шулай уҡ башҡа бик күп өр-яңы китаптар тәҡдим итте.

14.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика