Башҡорт ихтилалдары феномены

Башҡорт ихтилалдары феномены

   Ирек Ғайса улы Аҡмановтың «Башкирские восстания XVII—XVIII веков — феномен в истории народов Евразии» китабы баҫылып сыҡты.

    Монографияла Евразия халыҡтары тарихында феномен булған XVII–XVIII быуат башҡорт ихтилалдарының тарихы комплекслы рәүештә өйрәнелә. Был ихтилалдар Башҡортостандың аҫаба халҡы мәнфәғәттәренән тыш, бында йәшәгән барлыҡ милләттәрҙең дә ихтыяждарын яҡлап күтәрелгән.

    Китапта башҡорттарҙың Рус дәүләте составына инеү мәсьәләһе, хужалығы, социаль мөнәсәбәттәре, крайҙағы хөкүмәт сәйәсәте ҡарала. Ентекле рәүештә ихтилалға килтергән сәбәптәр, баш күтәреүселәрҙең эшмәкәрлеге, халыҡ күтәрелешен баҫтырыу өсөн властар тарафынан ҡулланылған саралар һүрәтләнә.

    Баҫма тарихсыларға, политологтарға, социологтарға, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларына, урта мәктәп уҡытыусыларына, студенттарға, шулай уҡ Башҡортостан һәм Рәсәй тарихы менән ҡыҙыҡһынған барлыҡ кешеләргә тәғәйенләнә.

    Китапты нәшриәттең фирма магазинында (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтында һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
08.12.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика