"Башҡорт китабы"н барыһы ла ярата

"Башҡорт китабы"н барыһы ла ярата

З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең Баймаҡ ҡалаһында өсөнсө йыл рәттән уңышлы эшләгән "Башҡорт китабы" магазинын барып күрҙек.

Бында китап ҡына һаталар тиһәк - Яңылбикә Мөхәмәтйәнова етәкләгән сауҙа нөктәһе башҡорт супермаркетына әйләнгән.

 Нимә генә юҡ! Китаптар, кейемдәр, сувенирҙар, дини әсбаптар - барыһы ла башҡорт рухлы, халҡыбыҙ өсөн кәрәкле әйберҙәр. Хатта түшелдерек, сулпы, беләҙек эшләүгә өйрәнеүгә оҫталыҡ дәрестәре уҙа.

- Ауылдарҙан, күрше райондарҙан килеп алалар, заказ яһайҙар, - ти Яңылбикә Баҡый ҡыҙы. - Кемгә нимә кәрәк, шуны тиҙ генә алып килтерергә тырышабыҙ. Ҡыҫҡаһы, кеше ихтыяжын тулыһынса үтәйбеҙ.

 Ысынлап та, магазиндан кеше өҙөлмәй. Килеп торалар, китеп торалар - кемдер әкиәт китабы һорай, берәүҙәргә әҙәби баҫма, бәғзеләр башҡортса открыткаларға ҡыҙыға. Һатып алыусылар бер юлы Урал Тимербулатовтың ҡул эштәрен дә ала - сауҙа нөктәһе бергә урынлашҡан.

 Һүрәттә: Яңылбикә Мөхәмәтйәнова (уңда) менән һатып алыусы - Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры урынбаҫары Земфира Ильясова.

 Фото: автор.
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
13.02.2020

Возврат к списку