Башҡорт китаптары – күрше өлкәләрҙә

   Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ нәшриәттә донъя күргән әҙәбиәт менән даими ҡыҙыҡһына, тел һәм мәҙәниәтте ҙур теләк менән өйрәнә. Бигерәк тә Силәбе, Свердловск, Ырымбур башҡорттары республика  менән тығыҙ бәйләнештә, уларҙың төрлө саралар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреүҙәре һәм әүҙемлек күрһәтеүҙәре ошо хаҡта һөйләй. Ул тарафтарҙа башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. Үткән йыл ул төбәктәргә, ундағы китапханаларға һәм сауҙа нөктәләренә нәшриәттә сыҡҡан баҫмаларҙың  күпләп оҙатылыуы хаҡында бәйән иткәйнек.

   Күптән түгел халыҡтың әҙәбиәткә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында нәшриәт хеҙмәткәрҙәре сираттағы тапҡыр Ырымбур яҡтарында булып, урындағы һатыу нөктәләренә беҙҙең китаптарҙы алып барып ҡайтты. Шулай уҡ Свердловск өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге директоры Светлана Ҡолмырҙина ярҙамында “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан  баҫмалар шул тарафтарға оҙатылды. Туған телде  әүҙем пропагандалаусы милләттәшебеҙ әйтеүенсә, урындағы халыҡ  бигерәк тә башҡорт халыҡ ижадын, әҙәбиәтен, йолаларын һәм үткәнен ҙур ихласлыҡ менән өйрәнә. Уның ярҙамы менән нәшриәттә сыҡҡан баҫмалар әлге ваҡытта  Екатеринбург ҡалаһында ла һатыла.

– Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә  үҙ эшенә мөкиббән кешеләр эшләй. Һәр баҫма тураһында шундай ҡыҙыҡлы итеп һөйләйҙәр, Екатеринбургҡа ла һатыуға килтерергә әҙерҙәр. Тәүге уңыштарыбыҙҙың береһе – Свердловск өлкәһендә, ниһайәт, нәшриәттә сыҡҡан китаптар һатыла башланы, –  тип тәьҫораттары менән бүлеште Светлана Ринат ҡыҙы.  

   Шулай итеп, әлеге мәлдә беҙҙең китаптарҙы сит өлкәләрҙәге түбәндәге сауҙа нөктәләренән һатып алырға мөмкин:

•    Ырымбур өлкәһе, Красногвардейск районы үҙәге Плешаново ауылы, “Гермес” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан  “Интэк-Маркет” магазины (Ленин урамы, 100);
•    Екатеринбург ҡалаһындағы “Дубровин” эшлекле үҙәге (Чернышевский урамы, 7, 60 –сы офис);
•    Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһындағы “Сидней” сауҙа йорто (Ак. Павлов урамы, 54);
•    Арғаяш район үҙәгендә урынлашҡан “Мосолман тауарҙары” магазины (Ленин урамы, 13);
•    Ҡоншаҡ ауылындағы “Канцпарк” сауҙа йорто (8 март урамы, 4);
•    Силәбе ҡалаһындағы “Финик” магазины (Свердловск проспекты, 7).
02.04.2021

Возврат к списку