Башҡорт шағирәһе – еңеүсе!

Башҡорт шағирәһе – еңеүсе!

Мәскәүҙә, Әҙәбиәтселәрҙең үҙәк йортонда Н. Лесков исемендәге иң шәп нәфис тәржемә әҫәрҙәре өсөн бирелгән “Һүҙҙәрҙең бәйләп торған ептәре”(“Словес связующая нить”) Бөтә Рәсәй әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы булып үтте. 1-се дәрәжә дипломға Дмитрий Мизгулиндың “Ҡасандыр ҡояш Алла ине” тигән китабын фин-уғыр тәржемәләгән шағирҙары лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһында Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Валерий Ганичев, идараның беренсе секретары Геннадий Иванов, Псков төбәк Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Игорь Смолькин, Юграның халыҡ шағиры Дмитрий Мизгулин ҡатнашты. Баһалама ағзалары урыҫ теленең шиғыр өлгөләрен туған телдәрендә балҡытҡан һәм юғары кимәлдәге тәржемә өсөн әҙиптәргә оло рәхмәтен еткерҙе. Тантана һуңында шағирҙар карель, мари, удмурт, эрзя, хант һәм манси телдәрендә әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе.
       Байрамда 2-се дәрәжә диплом менән Дағстан шағирәһе Марина Ахмедова бүләкләнде. Ә инде 3-сө дәрәжә диплом – башҡорт шағирәһе Тамара Ғәниевала.
       Хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙҙе ҙур еңеүе менән ҡотлап, ижади балҡыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзитенән
14.03.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика