«Башҡортостан бында башлана…» - Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте матбуғат байрамында

3 ноябрҙә Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында Республикабыҙҙың абруйлы баҫмаларының береһе «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығына арналған «Башҡортостан бында башлана…» исемле байрам сараһы уҙҙы. Сараның рәсми өлөшөндә Башҡортостан Хөкүмәте, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, коллегалары тәбрикләне, гәзит ойошторолғандан алып һәм беҙҙең көндәргә тиклем уға етәкселек иткән баш мөхәррирҙәр, һәләтле ҡәләм оҫталары тураһында йылы һүҙҙәр әйтелде, экрандан баҫма тарихының сағыу биттәре күрһәтелде. Байрамды Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев «Башҡортостан бынан башлана…» исемле шиғыры менән асып ебәреүе кисәгә символик мәғәнә биреп, берсә дәртләндерҙе лә, берсә тарих төпкөлөнә лә әйҙәне. Кисәлә арҙаҡлы ҡунаҡтарҙың, журналистика ветерандарының, яҙыусыларҙың, хеҙмәттәштәрҙең ҡотлау һүҙҙәре менән бергә шулай уҡ эстрада йондоҙҙарының йырҙары яңғыраны, бейеүҙәре башҡарылды. Бигерәк тә, Стәрлетамаҡ бейеү театры коллективы, Өфө районы Шамонино ауылының «Дарман» балалар бейеү ансамбле матбуғат байрамына айырым йәм өҫтәне, Әлим Ҡәйүмовтың, Римма Амангильдинаның, Салауат Мөхәмәтйәровтың, Алһыу Бәхтиеваның, Баязит Байназаровтың, Гөлсөм Бикбулатованың йырҙары тамашасыларҙың рухын күтәрҙе, күңелен юғарылыҡҡа әйҙәне. Алып барыусылар – Башҡортостандың халыҡ артистары Хөрмәтулла Үтәшев менән Сара Буранбаеваның яғымлы һүҙҙәре, иҫ киткес тауыштары, йөрәктә уйылып ҡалырлыҡ һөйләгән шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә май булып яғылды. Баш мөхәррир - билдәле шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Азамат Юлдашбаевтың гәзиттең бөгөнгө торошо хаҡында таныштырыуы һәм гәзиттең 100 йыллығына эшләнелгән Байраҡты ҡулына алып, киләсәктә Башҡортостаныбыҙ халҡына, матбуғатына биргән анты кисәнең иң тулҡынландырғыс өлөшө булып торҙо, залда ултырыусыларҙың һәр береһенең күңел ҡылдарын тибрәтте.
Фойела этно-йәрминкә, гәзит-журналдарға яҙылыу һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап сауҙаһы ойошторолдо. Һатыуҙа Башҡортостан тарихы, тәбиғәте, мәҙәниәтенә арналған китаптар тәҡдим ителде. Сарала нәфис, балалар һәм фәнни-популяр әҙәбиәт, 2018 йылға йыртмалы (отрывной), мәктәп, мосолман календарҙары күпләп һатылды. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, китап уҡыусыларҙы, ғөмүмән, сараға килгән ҡунаҡтарҙы нәшриәттә сыҡҡан яңы китаптар нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы.
«Башҡортостан» гәзите 1917 йылда ойошторолған. Төрлө йылдарҙа баҫма төрлөсә атала: «Башҡортостан хәбәрҙәре» (1919-1922 йылдар), «Башҡортостан» (1922-1937 йылдар), «Ҡыҙыл Башҡортостан» (1937-1951 йылдар), «Совет Башҡортостаны» (1951-1990 йылдар). 1968 йылда гәзит Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1990 йылдан гәзиттең хәҙерге исеме республиканың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, фәнни, спорт тормошон сағылдыра. Бөгөн «Башҡортостан» — аҙнаһына өс тапҡыр башҡорт телендә сыҡҡан республика ижтимағи-сәйәси гәзите. Уны республиканың барлыҡ ҡала һәм райондары халҡы уҡый, күрше өлкәләрҙә алдыралар.
«Башҡортостан» гәзите рухи хазина булараҡ үҙ исеменә һәм есеменә тап төшөрмәй, бөгөнгө көн дә лә ул яңы рубрикалар менән һөйөндөрә, заманаға ярашлы электрон форматын да төрлө яҡлап үҫтерә, байыта һәм үҙ уҡыусыһы менән тығыҙ бәйләнеш юлдарын эҙләй.
100 йыл – бер быуат, оло тарих, заманалар шаңдауы. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республикабыҙҙың төп баҫмаһы - «Башҡортостан» гәзите редакцияһы коллективын, журналистарҙы юбилей менән ихлас ҡотлай! Артабан да яңы ҡаҙаныштар, ижади уңыштар, ҡыҙыҡлы идеялар, уй-ниәттәрҙең тормошҡа ашыуын теләй!
07.11.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика