Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яңы дәреслектәр

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте, нәфис әҙәбиәт редакцияһы һәм айырым төр баҫмалар бүлегенән тыш, дәреслектәр һәм уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары сығарыусы махсус редакциялы берҙән – бер нәшриәт.
Башҡортостандағы һәм Рәсәй Федерацияһында башҡорттар тығыҙ йәшәгән башҡа төбәктәрҙәге дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы раҫлаған һәм тематик планға индергән дәреслектәр һәм уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары тик Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә генә сығарыла.
Мәғариф министрлығы менән берлектә эшләнгән 2017 йылғы тематик план нигеҙендә уҡыу һәм методик ҡулланмалар Башҡортостан хөкүмәтенән бүленгән аҡсаға баҫтырылып сығарылды. Мәғариф министрлығы раҫлауына ярашлы, тематик план 3 йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырылды:
1)    уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының “Башҡорт теле” (Ю.В. Псәнчин етәкселегендә 5-се класс өсөн) һәм “Башҡорт әҙәбиәте” (авторҙары: 7-се һәм 8-се кластар өсөн М. Б. Юлмөхәмәтов менән М.Х. Иҙелбаев; 9-сы кл. өсөн Ғ.С. Ҡунафин менән М.Х. Иҙелбаев) уҡыу ҡулланмалары. Туған (башҡорт) теле буйынса башланғыс кластар өсөн “Башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу” дәреслектәре 2016 йыл Федераль исемлеккә индерелеп, быйылғы йылда тулы комплектта сығарылды һәм уларҙың электрон дәреслектәре “Китап” нәшриәтенең сайтында урынлаштырылды;
2)    уҡытыу рус телендә алып барылған ойошмаларҙың 5-се кластан 9-сы класҡа тиклем (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәргә) “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” (В.И. Хажин һ.б. етәкселегендәге) уҡыу ҡулланмалары;
3)    уҡытыу рус телендә алып барылған ойошмаларҙың 8-се һәм 9-сы кластары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәргә) “Башҡорт теле” (авторҙары З.М. Ғәбитова менән М.Ғ. Усманова) уҡыу ҡулланмаһы. Өсөнсө йүнәлеш иң күп тиражлы – 39700 (8-се кл.), 40200 (9-сы кл.) дана.
Билдәләп үтергә кәрәк, быйылғы йылда өс йүнәлеш буйынса ла 1-се кластан 9-сы класҡа тиклем сыҡҡан уҡыу ҡулланмаларының барыһының да методик ҡулланмалары һәм өлгө программалары нәшер ителде, йәғни, тулы комплектта баҫтырылды. Уҡыу ҡулланмаларының бөтәһенең дә электрон баҫмалары бар. Шулай уҡ башланғыс кластарҙың эш (рабочая тетрадь) һәм контроль эш дәфтәрҙәре лә сығарылды.
    


08.09.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика