Башҡортостан комсомолы хаҡында энциклопедия донъя күрҙе

Башҡортостан комсомолы хаҡында энциклопедия донъя күрҙе

    «Башкирский комсомол» энциклопедияһы Башҡортостанда комсомол тарихына арналған. Баҫмала өлкә, ҡала һәм район комсомол ойошмаларының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тураһында мәғлүмәт бирелгән, комсомол эшендә ҡатнашҡан билдәле шәхестәрҙең биографияһы, иҫтәлектәре, хронологик күрһәткес һ.б. килтерелгән. Энциклопедияға Башҡортостан комсомолы тарихы тураһында очерк, 850-нән ашыу мәҡәлә, 800-ҙән ашыу иллюстрация индерелгән.

    Баҫма киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнә.

    Китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

13.12.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика