Башҡортостан республикаһының һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте китап күргәҙмә-сауҙаһы уҙғара

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте 24-27 октябрь көндәрендә Белорет, Бөрйән райондарында китап күргәҙмә-йәрминкәһе ойоштора. Был сара Башҡортостан Республикаһының һәм «Китап» нәшриәтенең 100 йыллыҡ юбилейҙарына арнала.
Халыҡҡа Башҡортостандың тәбиғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә арналған баҫмалар, Мәрйәм Бураҡаеваның «Әҫәрҙәр», «Арғымаҡ», Ибраһим Ғиззәтуллиндың «Үлгәндән һуң утыҙ йыл», Рим Ахмедовтың «Одолень трава», Мостай Кәримдең «Оҙон оҙаҡ бала-саҡ» (башҡорт һәм рус телдәрендә), Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» (башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә), Яҡуп Ҡолмойҙоң «Һайланма әҫәрҙәр», «Хәтер мәңгелек (Память - навсегда)» (төҙөүсе авторы Марсель Ҡотлоғәлләмов, рус телендә), Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар», «БР Диниә назараты мосолмандары идаралығына 100 йыл» (коллектив авторҙар, рус телендә), Лира Яҡшыбаеваның «Зәйнулла ишан», «Башҡортостан республикаһы ойошторолоуы (Образование Башкирской республики)» (төҙөүсе авторы Наил Ишемғолов, рус телендә), Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» һ.б. бик күп яңы китаптар, 2019 йылға мосолман, йыртма һәм мәктәп календарҙары, «Ҡөрьән Кәрим» китабының яңы баҫмаһы, уҡыу һәм методик әсбаптар, балалар өсөн әҙәбиәт, фотоальбомдар тәҡдим ителәсәк.
Китап сауҙаһы 24 октябрҙә иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем Белорет районы Инйәр ҡасабаһы Мәҙәниәт йортонда, 25 октябрҙә иртәнге 9-ҙан киске 7-гә тиклем Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауыл баҙарында һәм 26, 27 октябрь көндәрендә Бөрйән районының Байназар, Ҡурғашлы, Мәһәҙей, Әбделмәмбәт, Иҫке Монасип ауылдарында ойошторола.
Төп бурысыбыҙ һәм маҡсатыбыҙ — китаптарҙы республиканың иң алыҫ мөйөштәренә тиклем алып барып еткереү, милли әҙәбиәтте пропагандалау һәм китап уҡыуға иғтибарҙы йәлеп итеү.
Сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптарыбыҙ һәр кемдең күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ. Китап сауҙаһына рәхим итегеҙ, хөрмәтле милләттәштәребеҙ!
23.10.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика