Башҡортостандың бер быуатлыҡ тарих биттәрен байҡап...

«Китап» - ул сер. Уны ҡулға алыу ғына ла һөйгән йәреңә ҡағылыу менән бер. Тарихта бөтә халыҡтарҙың иң аҡыллы, иң мөҡәддәс һүҙҙәре шул китаптарға теркәлгән, улар быуаттарҙан быуаттарға, быуындарҙан быуындарға күсеп, кешеләргә аң, ғилем, иман, матурлыҡ килтергән. Донъя күргән һәр яңы китап яңы мөғжизә ул», - тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Халҡыбыҙҙың олуғ уҙаманы, арҙаҡлы улы Мостай Кәримдең һүҙҙәренә ҡушылып тағы ла шулай тиергә була: быуаттарҙы-быуаттарға, быуындарҙы - быуындарға ялғар, аҙашҡанға изге юлын күрһәтер, күрмәгәнгә зиһен күҙҙәрен асыр, күңеле зәғифтәргә рухи аҙыҡ өләшер ул китап. Ә китапты китап итеүсе, яҙыусы менән халыҡ араһында оло күпер һуҙыусы изге тылсым йорто - ул, әлбиттә, нәшриәт. Кеше аҡылы тыуҙырған оло мөғжизәләрҙең береһе – китап ярала бында.
Бына нисәмә йылдар инде «Китап» нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә. Быйыл, йәғни 2019 йылдың октябрь айында, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙенең олуғ юбилейын – 100 йыллығын ҡаршы алырға йыйына. Быуатлыҡ тарихы булған нәшриәт халыҡтың рухи ҡиммәттәрен байыта, милли хазинаны арттыра.
Нәшриәттең башланғысы, тәү тамырҙары 1919 йылға барып тоташа. Тарихтан билдәле булыуынса, Башҡортостанда нәшриәт эшен тәү башлап Зәки Вәлиди ойоштора. Архив мәғлүмәттәренән, тарихсыларҙың хеҙмәттәренән күренеүенсә, бигерәк тә тарих фәндәре докторы, профессор Роза Буканованың ғилми эҙләнеүҙәре нигеҙендә «Китап»тың тыуған көнө тип 1919 йылдың 16 октябре иҫәпләнә.
Башҡорт яҙыуы тарихында һәм әҙәби тел үҫешендә нәшриәт мөһим роль уйнай. 1920 йылдарҙа нәшриәткә нигеҙ һалыусы, башҡорт әҙәбиәтен үтереүгә күп көс түгеүсе яҙыусылар үҫеп сыға. Бигерәк тә, Дауыт Юлтыйҙың, Булат Ишемғоловтың, Мәжит Ғафуриҙың, Ғөбәй Дәүләтшиндың, Афзал Таһировтың, Имай Насыриҙың, Төхвәт Йәнәбиҙең эшмәкәрлеге айырыуса ҙур була.
Ҡаҙаныштары ҙур нәшриәттең: Башҡортостандың һәм үҙенең 100 йыллыҡ олпат юбилейын ҡаршы алған көндәрҙә арымай-талмай халыҡтың рухи ҡиммәттәрен байыта ул, милли хазинаны арттыра.
Республикабыҙҙың 100 йыллығын байрам итеү рамкалары сиктәрендә «Китап» нәшриәтендә юбилейға арналған бер-бер артлы бик күп яңы китаптар серияһы, баҫма продукциялар сығарыла.
Нәшриәттең фирма магазины кәштәһе Башҡортостаныбыҙҙың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған нәфис, фәнни һәм фәнни-популяр төрҙәге яңы китаптар менән тулыланыуын дауам итә. Башҡорт автономияһының 100 йыллығын сағылдырған түбәндәге китаптар донъя күрҙе. Бына улар:

«ОБРАЗОВАНИЕ БАШКИРСКОЙ РЕСПУБЛИКИ» («Башҡортостан республикаһы төҙөлөшө» - төҙөүсе авторы Н. У. Ишемғолов). Монографияла Башҡортостан автономияһы барлыҡҡа килеү тарихының актуаль проблемалары сағылыш таба. 1917—1922 йылдарҙа башҡорттарҙың Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш ваҡиғалары асыҡлана. Төҙөүсе-автор фәнни хеҙмәттәргә, ваҡытлы матбуғат һәм архив материалдарына таянып, Башҡорт милли хәрәкәтенең Рәсәйҙәге 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң башҡорттарҙың милли-территориаль автономияһын төҙөү процесына үҙ ҡарашын, баһаһын бирә. Монография ҙур өс бүлеккә бүленеп, тәүгеһендә 1917-1918 йылдарҙағы тәүге ҡоролтайҙың үтеү мәсьәләләре, Башҡортостан автономиялы республикаһы төҙөлөүҙә Башҡортостан үҙәк шураһының роле тикшерелһә, артабанғы бүлектә Ваҡытлы хөкүмәт һорауҙары ҡарала. Өсөнсө бүлектә иһә 1920-1922 йылдарҙа республикала барған милли сәйәсәт проблемалары асыҡлана.

«БАШКИРЫ: ИСТОРИКО-ЭТНОГРАФИЧЕСКИЕ ОЧЕРКИ» («Башҡорттар: тарихи-этнографик очерктар» - төҙөүсе авторы С. И. Руденко). Ҡайтанан баҫылған был китап танылған этнограф-ғалим С.И. Руденконың башҡорттарҙың тормош-көнкүреш мәсьәләләрен яҡтыртҡан тулайым хеҙмәте булып тора. Хеҙмәттән Башҡортостан тәбиғәте, мәҙәниәте, башҡорттарҙың йәшәү тормошо, туҡланыу, кейенеү, биҙәү-ҡулланма сәнғәте тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырға була. Халыҡ ижадына ҡағылышлы бүлектә ҡобайыр, оҙон көй, бейеү көйө, таҡмаҡтар хаҡында бай материал бирелә. Автор «Эскадрон», «Урал», «Буранбай», «Ҡара юрға» кеүек башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын да тасуир итә. Ата-бабаларыбыҙ элек-электән балыҡсылыҡ, игенселек, солоҡсолоҡ, ҡортсолоҡ, малсылыҡ хеҙмәте менән шөғөлләнгән. Был шөғөлдәрҙең барыһы хаҡында ла ғалим китаптың айырым бер бүлегендә күҙәтеү яһай. Башҡорт этнографтарының өҫтәл китабына әйләнгән ғилми хеҙмәт классик әҫәрҙәр рәтендә һанала. Ғөмүмән алғанда, ул башҡорт этнографияһының, антропологияһының артабанғы уңышлы үҫешенә ыңғай йоғонто яһап, уларҙың йөкмәткеһен, йүнәлештәрен билдәләне, фәндең был өлкәләрендәге эҙләнеүҙәрҙең эталонына әйләнде. Шуға күрә лә хеҙмәтте башҡорттарҙың этнографияһы буйынса тәүге комплекслы фәнни тикшеренеү тип атарға ла мөмкин булыр ине.

«АҪЫЛ ЫНЙЫЛАР КӘРӘҘЕ» (төҙөүсе авторҙары З.Ш. Ҡарабаева, Э.Ә. Яҡупова). Республикабыҙҙың йөҙ йыллығына арналған был китапҡа Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының әҫәрҙәре тупланды. Уларҙың ижадында Башҡортостан, халыҡ, Тыуған ил, Ватан, йәшәйеш, заман кеүек оло мәғәнәгә эйә булған төшөнсәләр ята.
Һәр халыҡтың иң оло хазинаһы – һүҙ. Халыҡтың милли ғорурлығын, милли үҙаңын, үҙенең бәҫен һәм ҡәҙерен һаҡлау һәләтен барыһынан да бигерәк һүҙ сәнғәте тәрбиәләй, барыһынан да нығыраҡ күтәрә, ышаныслы һаҡлай. Быуаттарҙың образлы йылъяҙмаһы булараҡ, шиғриәт халыҡ яҙмышының данлы дәүерҙәрен дә, шанлы ваҡиғаларын да, ҡанлы-зарлы саҡтарын да күңеленә уйып, хәтеренә теркәп йәшәй. Һәр шиғри һүҙе уның йөрәгенән елкендергес кисерештәр һәм ғазаптарҙан һуң тыуған. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған был баҫма башҡорт шиғриәтенең алтын хазинаһын тәшкил иткән халыҡ шағирҙарының әҫәрҙәренән төҙөлдө.
Йыйынтыҡҡа, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, Башҡортостандың ун алты халыҡ шағирының (Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабаев, Тимер Йорсопов, Марат Кәримов, Александр Филиппов, Абдулхак Игебаев, Ҡәҙим Аралбай, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысова, Хәсән Назар) әҫәрҙәре индерелде.
Билдәле булыуынса, 1923 йылда Мәжит Ғафури Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Шуға күрә лә йыйынтыҡ Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадынан башланып, 2017 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән мәртәбәле исемде алыусы Хәсән Назарҙың шиғри шәлкемдәренән тамамлана.
Мәжит Ғафури – күп яҡлы талант эйәһе. Китапта әҙиптең мәғри¬фәтселек, революцион-демократик идеялы шиғырҙары («Мәскәү», «Гөлдәр баҡсаһында», «Мәктәп», «Һарыҡты кем ашаған», «Бир ҡулыңды» һ.б. ) урын ала. Ул быуат башында «Аурупа - Азия» исемле әҫәрен ижад итһә, быуат уртаһында Мостай Кәрим «Европа - Азия» шиғырҙар циклын яҙа. Унда шағир Тыуған яҡ, Тыуған республика, Тыуған ил образдарын бөтә лирик күркәмлеге менән тасуирлай. Шәлкемгә ингән «Тупрағым, һауам, һыуҙарым», «Ҡайын япрағы тураһында», «Россиянмын», «Иңләнем дә буйланым» һ.б. бик күп шиғырҙарында әҙип Башҡортостаныбыҙ һәм уның халҡы менән һоҡлана, мәдхиә йырлай, ғорурлана. Мостай Кәрим Тыуған иленә дан йырлап:
«Тупраҡтар сөм-ҡара бында,
Тупраҡ һутланып тора,
Бураҙнаға ҡояш төшһә,
Ялтырап, янып тора», - тип өндәшә.
Ә Сәйфи Ҡудаш «Тыуған ил» шиғырында Башҡортостан образын түбәндәгесә күрә:
«Ҙур минең тыуған еркәйем,
Киң минең тыуған илем,
Айға баҫып ҡараһаң да,
Күрмәҫһең уның сиген».
Рәми Ғарипов «Урал йөрәге» әҫәрендә Башҡортостанға дан йырлай ниндәй генә ауырлыҡтар килеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан баш эймәгән, автономиялы социалистик республика булып, иреклеккә сыҡҡан:
«Ҡаны менән яҙып данын халҡым,
Ҙур йөрәген илткән иреккә,
Шуға ла бит Ленин һыны уға
Ырыҫ-бәхет булып ереккән».
«Был китапта Башҡортостандың ун алты халыҡ шағирының йөрәк һүҙҙәрендә милләтебеҙҙең уҙғанын һәм бөгөнгөһөн, тыуған ер образын киң ҡоласлы тарихи араларҙа күҙәтә алыу, мәңгелек ваҡытты үткәндәрҙең, хәҙергенең һәм киләсәктең айырылғыһыҙ бәйләнешендә һүрәтләү оҫталығының артыуы башҡорт шиғриәтендә тормоштоң асылы, кешенең йәшәү мәғәнәһе хаҡында фәлсәфәүи уйланыуҙар традицияларын көсәйтә бара», - ти Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев китапҡа баш һүҙ итеп яҙған «Шиғриәтле лә, шөһрәтле лә» исемле мәҡәләһендә.

«ШАҠАЙ БУРАНЫ» (авторы Ғәлим Хисамов). Киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнгән өр-яңы баҫмала Башҡортостан автономияһын барлыҡҡа килтереү өсөн көрәш ваҡиғалары һүрәтләнә. Ул бынан бер быуат элек Башҡортостанда барған ваҡиғаларға арнала. Яҙыусы быуат башында барған сәйәси осор тураһында яҙа.
Тарихтан билдәле булыуынса, батша хөкүмәте тарҡалып, Николай II киткәс, ваҡытлы хөкүмәт власть башына килә, Рәсәй бөтөнләй икенсе сәйәси юлға, үҙгәрештәр осорона аяҡ баҫа. Ғәлим Хисамов тап ошо осорҙо «Шаҡай бураны» романы аша тасуир итә. Әҫәр Рәсәйҙәге бер генә ай эсендә (1917 йылдың февралендә) булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Роман бик етеҙ, әүҙем рәүештә Рәсәйҙәге Февраль рево¬люцияһы хәлдәренән башлана һәм аҙағынаса шулай дауам итә.
Автор романда революция осоронда барған башҡорт милли хәрәкәте ваҡиғаларын ябай халыҡ вәкилдәре һәм күренекле шәхестәр образдары аша ла бирә. Күҙаллауыбыҙса, Нурсәлих, Насретдин образдары аша Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин прототиптары асыҡ сағылыш таба. Яҙыусы документаль рәүештә Шәйехзада Бабичтың яҙмышын тулыһынса ҡабатламай, шулай ҙа тормошоноң ҡатмарлы мәлдәрен төрлө яҡлап сағылдыра алыуға өлгәшә. Нурсәлих образы менән бер рәттән шул осорҙағы «Ваҡыт», «Шура», «Аҡмулла», «Ҡармаҡ» гәзит һәм журналдарының баҫылыу урынын билдәләй автор. Әҫәрҙә Зәки Вәлиди образына ҙур урын бирелә.
Яҙыу¬сы романында, бер юлы Петроград, Ташкент, Баҡы, Ырымбур һәм Көҙәндәге Зәки Вәлиди ҡатнашлы¬ғындағы ваҡиғаларҙы, документаль сығанаҡтарға таянып, оҫта һүрәтләй. Уҡыусылар алдында Зәки Вәлиди башҡорт халҡының танылған етәксеһе, Рәсәй кимә¬лендәге феде¬рализм нигеҙендә торған сәйәсмән, бөтә мосолман халыҡтары араһын¬да абруйлы шәхес булып баҫа.

«КОРЕННЫЕ НАРОДЫ РОССИИ. БАШКИРЫ» («Башҡорттар. Рәсәйҙең аҫаба халыҡтары» - төҙөүсе авторҙары Р.З. Йәнғужин, Ф.Ғ. Хисамитдинова).
Билдәле ғалимдар - филология һәм тарих фәндәре докторҙары, профессорҙар Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова менән Рим Зәйниғәбит улы Йәнғужиндың Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен, тел тарихын өйрәнеүгә индергән өлөштәре баһалап бөткөһөҙ. Тел ғилемен дә, тарих белемен дә уларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә күптән түгел рус телендә донъя күргән «Коренные народы России. Башкиры» исемле яңы баҫмала башҡорттарҙың этногенезы һәм этник тарихы мәсьәләләре, традицион хужалығы, социаль структураһы һәм рухи мәҙәниәт үҫеше яҡтыртыла. Хеҙмәттең тәүге бүлектәрендә башҡорт ырыуҙарының этник тарихы, «башҡорт» этнонимының килеп сығышы, тормош-көнкүреш мәсьәләләре сағылыш тапһа, артабанғы бүлектәрендә яҙыу тарихы, башҡорт теленең диалекттары, әҙәбиәт, әҙәби тел, халыҡ ижады, декоратив-биҙәү сәнғәте буйынса материалдар тупланған.

«БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ӘҘӘБИӘТ МУЗЕЙҘАРЫ» (башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә; төҙөүсе авторы Ф. Янышев). Китапта бөтәһе 22 Әҙәбиәт музейы хаҡында ҡыҫҡаса белешмә бирелә.
Йыйынтыҡта Башҡортостаныбыҙҙың әҙәбиәт музейҙары хаҡында ғына һүҙ бармай, ә барлыҡ һүҙ сәнғәте әһелдәренең ижад донъяһына байҡау яһала. Шуға күрә лә тупланған материалдар нигеҙендә һәр әҙиптең музейы тураһындағы белешмәнән тыш, яҙыусының биографияһы, китаптарының яҙылыу тарихы, уларҙың йәмғиәттә тотҡан урыны буйынса ла мәғлүмәттәргә юлығаһың.
Автор һәр музейҙың эшмәкәрлеге, экспонаттары хаҡында ентекле аңлатма бирә, ундағы мәғлүмәттәр менән бик оҫта эш итә. Ысынлап та, халыҡтың мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа бөгөнгө көндә музейҙарҙың эшмәкәрлеге юғары баһалы. Фәнис Янышевтың «Шиғриәт йондоҙо», «Нур сәсеп тора» һәм башҡа яҙмалары айырым художестволы әҫәргә яҡын. Йор телмсәре, бай һүҙе менән уҡыусыларҙы ылыҡтырып тора.
«Китаптың төп үҙенсәлекле бер яғы – Башҡортостан менән бәйле башҡа милләт әҙиптәренең дә музейҙары менән дан тота. «Быуаттар аша сәйәхәт» исемле мәҡәләлә С.Т. Аксаковтың Өфөләге йорт-музейында булһаҡ, Надеждино ауылындағы Аксаковтарҙың ғаилә музейы дворян нәҫеле менән таныштыра. «Рухы йәшәй күңелдәрҙә» тигән мәҡәләһендә бөйөк рус шағирәһе Марина Цветаеваның рухи булмышы тулыһынса асыла. Трагик яҙмышлы шағирә беҙҙең республика һәм халҡы менән бәйле байтаҡ иҫтәлектәр һаҡлай. «Наспиҙар балҡытып, һағышҡа һалдың халҡыңды» тигән мәҡәләлә сыуаш классик шағиры Константин Ивановтың тыуған ере – Бәләбәйҙәге музейы менән таныштыра. Ыҫлаҡбаш ауылындағы музейҙа Сыуаш Республикаһынан, Ульянов, Һамар, Һарытау өлкәләренән килгән ҡунаҡтар менән май айында ҙур шиғриәт байрамы уҙғарылыуы ла мәртәбә генә өҫтәй.
Был йыйынтыҡ менән танышып сыҡҡас, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә булғандай булаһың. Тап һүҙ сәнғәтенең йөҙөк ҡашына әүерелгән шәхестәр музейҙары бар халыҡты ылыҡтырып, күңелдәргә рухи күперҙәр һала», - тип яҙа Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, китапҡа баш мәҡәлә («Рухи хазиналар сығанағы») яҙыусы Зәки Әлибаев.
Яңы баҫмала теге йәки был әҙәбиәт музейҙының адресы, телефондары ла бирелгән.
Ҡулъяҙма документтар, хаттар, фотоһүрәттәр менән тулыландырылған яңы китап һәр уҡыусыға матур бүләк булып барып етер, тип ышанабыҙ.

«У ИСТОКОВ БАШКИРСКОЙ РЕСПУБЛИКИ» (төҙөүсе авторы А.Ш. Ярмуллин). Азат Ярмуллиндың Башҡортостан дәүләтселеге тарихына ҡығылышлы рус телендәге яңы китабы йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителде. Китапта Башҡортостан дәүләтселеге өсөн көрәшкән, уның нигеҙ ташын һалған билдәле 60 милли хәрәкәт эшмәкәре һәм башҡорт милли ғәскәре сардарҙарының биографияһы тупланған. Бынан тыш, китапта милли хәрәкәтттә ҡатнашыусылар исемлеге, фотодокументтар, Башҡортостан автономияһының дәүләт һәм хәрби органдары тураһында белешмә мәғлүмәт бирелгән.
Башҡортостан дәүләт¬се¬леген төҙөүҙә Хәбибулла Ғәбитов, Шаһишәриф Мәтинов, Мөхәмәтйән Булатов, Шәмсетдин Ғафаров, Нуриәғзәм Таһиров, Әмир Ҡарамышев, Сәғит Мерәҫев, Мөхтәр Ҡарамышев, Хажиәхмәт Унасов, Шәйехзада Бабич, Ғабдулла Әҙеһәмовтар хәл иткес роль уйнай. Ошондай арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе халыҡҡа ет¬кереү, исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында яҙылған Азат Ярмуллиндың был китабы уҡыусылар араһында тиҙ танылыу алды.

«ОРНАМЕНТ СЧЕТНОЙ ВЫШИВКИ БАШКИР» («Башҡорттарҙың семәрләп сигеү орнаменты» - төҙөүсе авторы Елена Нечвалода). Был монография авторҙың 2012 йылда донъя күргән китабының ҡайтанан баҫмаһы булып тора.
Башҡорт орнаменты тип әйберҙәрҙе, ҡоралды, туҡыманан эшләнгән әйберҙәрҙе, интерьерҙы биҙәү өсөн ҡулланылған, геометрик, үҫемлек йәиһә зооморф элементтарҙы ҡабатлау һәм сиратлаштырыуға нигеҙләнгән нағыш-биҙәктәр атала. Башҡорт милли сәнғәтендә биҙәү-ҡулланма (декоративно-прикладное искусство) һәм һынлы сәнғәт (изобразительное искусство) айырым бер әһәмиәтле урын тота. Сигеү сәнғәте башҡорттарҙа төрки ислам художество мәҙәниәтенә барып тоташҡан биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең традицион төрө һанала.
Башҡорт орнаменты фәнни күҙлектән С. И. Руденконың, Н.В. Бикбулатованың, Р. Г. Кузеевтың, С.Н. Шитованың хеҙмәттәрендә ентекле өйрәнелә. Е. Е. Нечвалода аталып үтелгән ғалимдарҙың хеҙмәттәренә таянып, биҙәү-ҡулланама сәнғәтенең бер төрө булаҡ һырлап-семәрләп биҙәлгән орнаменттар хаҡында һүҙ алып бара, уларҙың төрҙәрен күрһәтә. Сигеү – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң таралған ҡул эштәренең бер төрө. Ғәҙәттә, ҡулъяулыҡтың, таҫтарҙың осон төрлө биҙәкле орнаменнттар менән сиккәндәр. Таҫтар тип оло һәм урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың башына урай торған бер осо сигеүле оҙон аҡ митҡалды атап йөрөтәләр. Ул таҫтамалға оҡшап торған була. Хеҙмәттең тәүге бүлектәрендә төҙөүсе-автор таҫтарҙы сигеүҙә орнаменттарҙың формаларын миҫалға килтерә. Артабанғы бүлектәрҙә орнаменттарҙың атамаһы, уларҙың тәғәйенләнеше, ҡоролошо, урынлашыуы, ҙурлығы һәм өлөштәре өйрәнелә.
Тәҡдим ителгән китап этнографтар, тарихсылар, рәссамдар, уҡытыусылар һәм, ғөмүмән, биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныусы киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнә.

«100 ЛЕТ ДУХОВНОМУ УПРАВЛЕНИЮ МУСУЛЬМАН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН: ИСТОРИЯ И СОВРЕМЕННОСТЬ» («Башҡортостан Республикаһы Дини идаралығына 100 йыл: тарих һәм хәҙерге заман» - коллектив авторҙар).
1917 йылдың тарихи ваҡиғалары халҡыбыҙҙың артабанғы яҙмышын хәл итеүҙә, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнаны. Билдәле булыуынса, Рәсәйҙәге Февраль революцияһынан һуң башҡорттарҙың милли-территориаль автономияһын төҙөү процесы башлана. Ырымбурҙағы Карауанһарайҙа I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы эшен башлай. Уның беренсе фарманында башҡорттарҙың милли идараһын ойоштороу кәрәклеге раҫлана.
Ә инде икенсе фарман менән Башҡортостан автономияһы иғлан ителә. Бер айҙан Ырымбурҙа үткән III Бөтә башҡорт ҡоролтайында Дин тураһында закон ҡабул ителә. Башҡортостан мосолмандарының Баш Диниә назараты һәм уның мөфтөйө һайлана. Республикалағы тәүге дини ойошма 1937 йылға тиклем уңышлы эшләп килә. Был ваҡытта бик күп китаптар баҫыла, кадрҙар әҙерләнә, мәсеттәр асыла, ғөмүмән, халыҡҡа юғары рухи тәрбиә биреү буйынса әллә күпме эштәр башҡарыла. Әммә 1937 йылда Диниә назараты вәкилдәре, нахаҡҡа ғәйепләнеп, репрессиялана. Ошонан һуң ойошманың эше туҡталып ҡала. Тик 1992 йылда ғына Башҡортостан мосолмандары ҡор йыйып, Диниә назаратын ҡайтанан булдыра. Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин мөфтөй итеп һайлана.
Шулай итеп, Диниә назаратының бер быуатлыҡ данлы тарихына ҡатмарлы колхозлашыу осоро ла, мәсеттәрҙең ябылыуы ла, шанлы һуғыш йылдары ла, унан килеп, кире иманға ҡайтыу мәле һәм бүтән ваҡиғалар ҙа ингән. Хәҙер Диниә назараты меңгә яҡын мәсет-мәхәлләне берләштерә...
Башҡортостан мосолмандары Дини идаралығы эшмәкәрлегенең тарихын сағылдырған яңы китапта Ҡол Ғәли, Мәүлә Ҡолой, Ғабдулла Ҡолоев, Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Тажетдин Ялсығолов, Ғәбдрәхим Усманов, Мирсалих Биксурин, Сәлихйән Кукляшев, Ғәли Соҡорой кеүек тағы ла бик күп суфый шағирҙар, мәғрифәтселәр, шул осорҙоң фән, йәмғиәт эшмәкәрҙәре хаҡында белешмә бирелә. Шулай уҡ ислам диненең Башҡортостанда таралыу тарихы һәм уның хәҙерге торошо яҡтыртыла. БР мосолмандары идаралығының формалашыу этаптарына төп иғтибар бирелә хеҙмәттә. Белешмә-статистик характерҙа Дини идаралыҡтың беҙҙең көндәрҙәге эшмәкәрлеге лә мөһим урынды биләй.

«БАШКОРТОСТАН В ЦИФРАХ» («Башҡортостан һандарҙа» - коллектив авторҙар). Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы төҙөгән китап мөһим датаға – БР юбилейына арнап сығарылды.
Һандар теле менән статистик мәғлүмәттәр нигеҙендә Башҡортостандың Рәсәйҙәге тәүге милли-территориаль республика булып ойошторолған ваҡытынан алып бөгөнгө көнгә тиклем үткән юлы, үҫеше, социаль-иҡтисади хәле бәйән ителә.

Дөйөмләштереп алғанда, «Китап» нәшриәтендә донъя күргән китаптарға һоҡланмау мөмкин түгел: улар, Башҡортостаныбыҙҙың вәкәләтле илсеһе, уның визит карточкаһы булып, илебеҙҙең төрлө төбәктәренә, Ер шарының бөтә китғаларына тарала.



07.03.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика