Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең тыуыуына 110 йыл

9 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең тыуыуына 110 йыл тула.
Рәшит Ниғмәти 17 йәшенән шиғыр яҙа башлай. 30-сы йылдарҙа шиғырҙары танылыу ала. 1933 йылда «Кереш» исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. Яңы тормош ҡороу, «иҫкелек ҡалдыҡтары» менән көрәш яҙыусының төп темаһы була. 1938 йылда Яҙыусылар союзына алына, унда яуаплы сәркәтип эшенә тәғәйенләнә. Китап нәшриәтендә мөхәррир була. «Дауылдар тыуҙырған ғүмер», «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Минең баҡсала» шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары башҡорт халҡының 20-30-сы йылдарҙағы тормошона арналған.
Әҙәбиәтебеҙҙең иң ҙур, иң талантлы шағирҙарының береһе булған Р. Ниғмәти утыҙ йылдан артыҡ ижад дәүерендә башҡорт әҙәбиәтен үҙенең гүзәл шиғырҙары, поэмалары, сәхнә әҫәрҙәре менән байытты. «Шағирлыҡ таланты уны поэзия түренә күтәрҙе һәм халыҡгың мөхәббәтен ҡаҙанған данлыҡлы шағир итеп танытты», - ти Р. Ниғмәти ижады буйынса ғилми тикшеренеү алып барған профессор Ғ. Хөсәйенов.
Р. Ниғмәтиҙең бала сағы Куйбышев әлкәһенең Больше-Черниговский районында Диңгеҙбай ауылында үтә. Ул Ниғмәтулла исемле ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тәрбиәләнә.
Туғыҙ йәшендә уның әсәһе, ун йәшендә саҡта атаһы үлеп китә. Үкһеҙ етем ҡалған Рәшит башта Самар, унан һуң Украина- ла балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөләге Ленин исемендәге мәктәпкә уҡырға инә.  Туймазыла район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан Өфөгә күсеп килеп, төрлө гәзиттәрҙең редакцияларында эшләй. Күп яҡлы талант эйәһе Р. Ниғмәти тиңдәшһеҙ һәм ҡабатланмаҫ шиғыр оҫтаһы булыу менән бергә үҙен күренекле драматург, оҫза тәржемәсе, ялҡынлы публицист итеп танытты. Р. Ниғмәтиҙең беҙгә ете пьесаһы билдәле.
Үҙенең күп һанлы әҫәрҙәрендә патриот шағир Р. Ниғмәти туған халҡына дан йырланы, үҙенең бар талант көсөн халыҡҡа, Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышланы.
Туған халҡыбыҙ һәм хөкүмәтебеҙ Р. Ниғмәтиҙең талантын юғары баһаланы, уны Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы һәм ике тапҡыр «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләне, илле йәше тулыу уңайы менән уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде.
1959 йылдың февралендә 50 йәше тулыуын байрам итергә йыйылған халыҡ алдына сығып, шағир: «Бөтәһе өсөн дә мин һеҙгә баш эйәм, ҡәҙерле иптәштәр!» - тип, үҙенең тэрән ихтирамын һәм рәхмәтен белдерә.
08.02.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика