Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Әҫәрҙәр» китабының II томы донъя күрҙе

Ире өйҙә юҡта кеше бисәһенә ни хәл тексәйеп ҡарап ултырмаҡ кәрәк тип, байтаҡ йөрөп ташланы Ғәндәлип урамда. «Хужалыҡ тауарҙары» магазинына ла инеп сыҡты. Туғыҙлы салғы ҡарағайны – булманы. Уның ҡарауы, һигеҙле, унлы сөйҙәр бар икән, шуларҙан үлсәтте. Запас эсте тишмәҫ, тип уйланы ул. Ни өсөн тигәндә, егеттәр күп ваҡыт сөй етмәү арҡаһында эшһеҙ ултыра.
Ваҡытты нисек үткәрергә белмәй йөрөй торғас, Ғәндәлип элек үҙе бер аҙ уҡып киткән, ул саҡта ФЗО тип аталған йорт тәңгәленә барып сыҡты. «Эйе, булған заманалар, - Ғәндәлиптең йыйырсыҡ-фәлән йырғысларға өлгөрмәгән килешле танау, күҙ-ҡаш – һәммәһе ҡулай урынлашҡан түңәрәк йөҙөн был саҡ ниндәйҙер ҡара шәүләләр тартыштырып үтте. – Гамлет тиң… Онотмаған Мазһар…»

Хөрмәтле китап уҡыусылар! Үрҙә килтерелгән өҙөктөң тулы вариантын һеҙ күренекле прозаик, драматург һәм публицист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың «Гамлет – принц датский» хикәйәһенән уҡый алаһығыҙ. Ул яҙыусының күптән түгел донъя күргән «Әҫәрҙәр» китабының II томына индерелде. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан китапта әҙибәнең «Ярҙағы усаҡтар», «Осона сыға алмайым бер уйҙың», «Бал, тип үрелгәнем», «Аҡ ҡалас» кеүек хикәйәләре урын алды.

Был томға мәшһүр «Бөйрәкәй» пенталогияһының икенсе өлөшө, яҙыусыны уратып алған мөхиткә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәткә башта бала, һуңынаныраҡ үҫмер, аҙаҡ йәш әсә күҙлегенән сығып фекер йөрөткән, заманында оло ҡәләмдәштәре тарафынан «авторҙың гражданлыҡ ҡаһарманлығы» тип баһаланған «Ай менән Ҡояш бер генә» повесы, шулай уҡ республика театрҙарында ҙур уңыш менән барған «Төштәге йыр», «Ямғыр көткәндә» исемле пьесалары, нәҫерҙәре, замандаштары тураһындағы очерктары, мәҡәлә-яҙмалары ла тупланды
Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә, ул БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.
Китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан (http://www.kitap-ufa.ru) ала алаһығыҙ. Ул тиҙҙән һатыуға сыға.Бәйләнеш өсөн телефон: 246-55-09. Хаҡы 170 һум.
11.07.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика