Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенә 20 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған сарала «Китап» нәшриәте лә ҡатнашты

Кисә, йәғни 2018 йылдың 6 декабрендә, Силәбе ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең 20 йыллығы уңайынан тантаналы сара уҙғарылды. Сарала Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Төмән өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарынан дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Билдәле булыуынса, Башҡортостандың Силәбеләге Даими вәкиллеге Рәсәйҙең һанап үтелгән дәүләт власть органдарының төрлө йәмғиәт ойошмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте лә был йәһәттән Силәбе өлкәһе менән күптән ҡулға-ҡул тотоношоп хеҙмәттәшлек итә, һабантуй булһынмы, йәки тағы ла башҡа мәҙәни сараларҙа, эшлекле осрашыуҙарҙа милләттәштәребеҙҙе яңы китаптары менән һөйөндөрә тора.
Кисәге тантанала ла нәшриәт күрше өлкә халҡын үҙ продукциялары менән ҡыуандырҙы: китап һатыу күргәҙмәһе ойоштороп, әҙәбиәт һөйөүселәребеҙгә нәфис әҙәбиәт, уҡыу ҡулланмалары, һүҙлектәр, йыртмалы, дини календарҙар тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусыларҙы, бигерәк тә, балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр ҡыҙыҡһындырҙы, улар шулай уҡ фәнни-популяр стилдә яҙылған әҙәбиәтте, Башҡортостан тәбиғәте, тарихы, мәҙәниәте, билдәле шәхестәре тураһындағы китаптарҙы ла бик теләп алды, 2019 йылға мосолман, йыртма һәм мәктәп календарҙары, «Ҡөрьән Кәрим» китабының яңы баҫмаһы, уҡыу һәм методик әсбаптар, фотоальбомдар ҙа бик тиҙ арала үҙ хужаларын тапты.
Сарала ҡотлау сәләмдәре Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең сәхнә йондоҙҙары сығыштары менән үрелеп барҙы. Бигәрәк тә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллинды, «Zainetdin» этно-шоу төркөмөн ҡунаҡтар яратып ҡараны.












07.12.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика