Баймаҡ ҡалаһында «Китап» нәшриәтенең «Башҡорт китабы» исемле сауҙа урыны асылды

2018 йылдың 10 ноябрендә Баймаҡ ҡалаһында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең филиалы – «Башҡорт китабы» магазины асылды. Тантанала район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р.В. Ишембәтов, «Китап» нәшриәте директоры И.М. Йәндәүләтов ҡатнашты.
Илшат Хәмит улы үҙенең ҡотлау һүҙҙәрендә артабан да «Китап» нәшриәте менән хеҙмәттәшлек уңышлы дауам итһен, яңы магазиндар асылып торһон, һатып алыусылар күп булыуын теләне.
Илһам Миңлеғәле улы баймаҡтарҙы был тантана менән ҡотлап «Башҡорт китабы» магазинына һәм ҡунаҡтарға «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан китаптар бүләк итте. Район Советы депутаты Рөстәм Нәбиуллин район башҡорттары Ҡоролтайына Башҡортостан энциклопедияһын тапшырҙы.
Сауҙа урыны етәксеһе Яңылбикә Мөхәмәтйәнова әйтеүенсә, халыҡ милли китапҡа һыуһаған. «Хәҙер кеше уҡымай тигән һүҙҙәр менән килешмәйем, – ти ул. – Яҡшы әҫәрҙе халыҡ хатта эҙләп, һорап, таптырып ала. Бигерәк тә балалар өсөн ике телдә сыҡҡан китаптар бик үтемле. Башҡортса дини, йыртма, мәктәп, ғаилә календарҙарын һорағандар күп. Сауҙа урынының айырым бинала урынлашыуы бигерәк тә уңайлы, эш тағы ла көйләнер тигән ниәттәбеҙ. Башҡорт әҙиптәренең китаптарын таратыуға ҙур өлөш индерәсәкбеҙ».
Магазиндың адресы Салауат Юлаев проспекты 17.




12.11.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика