Баймаҡта “Башҡорт китабы” сауҙа нөктәһе асылды!

Баймаҡта “Башҡорт китабы” сауҙа нөктәһе асылды!

    Ҡасандыр Баймаҡта китап магазинының гөрләп торған сағы бар ине. Ул ябылғандан һуң беҙ рухи көрсөк кисерҙек. Белем шишмәһе булған китапһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Юғары мәҙәниәтле халыҡ ҡына илен күтәрә, үҫтерә ала. Ә мәҙәнилектең нигеҙе, рухиәттең ҡалҡаны ул – китап. Район башҡорттары ҡоролтайының ҡарарына нигеҙләнеп, З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ярҙамы менән 10 июндә “Баймаҡ” сауҙа комплексында “Башҡорт китабы” исемле сауҙа нөктәһен асыу тантанаһы үтте.

    Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов: “Район башҡорттары ҡоролтайында башҡорт телендә сыҡҡан китаптар һатыуҙы тергеҙергә кәрәклеге тураһында һөйләштек. Яңылбикә Мөхәмәтйәнованың инициативаһы менән З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән бәйләнешкә индек. Директоры Илһам Йәндәүләтов ярҙам итергә һүҙ бирҙе. “Баймаҡ” сауҙа комплексы етәксеһе Әҙеһәм Ҡотоевҡа рәхмәт - ошо сауҙа комплексында урын бүлде”, - тип сауҙа нөктәһен асыу тарихын бәйән итте. Артабан яҡташыбыҙ, “Китап” нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәле улы бындай сауҙа нөктәһен асыу күптәнге өлгөрөп еткән мәсьәлә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Рамаҙан айында матур ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Республикала сыҡҡан китаптарҙың 70 проценты беҙҙә баҫыла. Беҙгә Хөкүмәт махсус субсидия бүлә, шуға күрә китаптар хаҡы арзан. Беҙ үҙебеҙҙә сыҡҡан һәр яңы китапты ебәреп торорға вәғәҙә бирәбеҙ. Китап магазиндарының яҙмышы һатып алыусынан тора, шуға күрә бында йышыраҡ килегеҙ, таныштарығыҙға, туғандарығыҙға был турала мәғлүмәт еткерегеҙ”, - тип йомғаҡланы һүҙен нәшриәт директоры. Артабан Баймаҡ районы хакимәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлшат Камил ҡыҙы Сирғәлина сауҙа нөктәһен “Китап” нәшриәтенең филиалы” тип нарыҡланы, уға оҙон ғүмер, уңыштар теләне.

    Китапты ике кеше тыуҙыра: ижадсы һәм уҡыусы. Беҙҙең район ижадсылары “Йәнгүҙәй” исемле әҙәби берекмәгә тупланған. Уның эшмәкәрлегенә киләһе йыл 20 йыл туласаҡ. Улар үҙҙәренең тәүге ижадын 2009 йылда “Ирәндек гәүһәрҙәре” исемле йыйынтыҡта сығарҙы. Шунан рухланған байтаҡ ижадсылар – тарихсы Борис Хәйретдинов, шағирә, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәйсә Иҫәнбаева, әсе телле Әлфиә Юлыҡ, нескә хисле Әлфиә Бикташева, шулай уҡ республиканың Почетлы тыуған крайҙы өйрәнеүсеһе Әмир Сәйғәфәров, журналистар Салауат Мөхәмәтшин, Рәшит Үтәев һәм башҡалар үҙҙәренең йыйынтыҡтарын даими сығарыуға өлгәште. Тимәк, Баймаҡ ижадсылары ла халҡы күңеленә юлды китап аша һала. Автор һәм китап һөйөүсе булараҡ Әмир Зәкир улы телмәр тотоп, китап уҡыусыларҙы әүҙем булырға, башҡорт китаптарын рекламаларға саҡырҙы.

    Бына иң тулҡынландырғыс, тантаналы мәл! Ҡыҙыл таҫмалар киҫелә. Һатып алыусылар атлығып тәүге 10 китап һатып алыусы исемлегенә инергә ынтылды. Сөнки улар өсөн Илһам Миңлеғәле улы махсус бүләктәр килтергәйне.

    Халыҡ ижады үҙәге артисы, район ҡурайсылар халыҡ ансамбле етәксеһе, республика ҡурай бәйгеләре лауреаты Илнур Аслаевтың башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды, 4-се лицей уҡыусыһы, республика йыр һәм ҡурай, шиғыр конкурстары лауреаты Азамат Ғөбәйҙуллиндың башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”ды йырлап та, ҡурайҙа ла уйнап башҡарыуы сараға милли рух өҫтәне.

    Башҡорт китаптары, бигерәк тә нәфис әҙәбиәт рухиәткә сарсаған халыҡ өсөн Урал батыр бөрккән һыуһын ҡандырғыс тере һыуға тиң. Киләсәктә башҡорт китаптарының һатыу нөктәләре тағы ла артыр, ҡала һәм район халҡының яратҡан урынына әүерелер, тип ысын күңелдән ышанабыҙ.

                                                                                                                   

                                                                                                                     Айгөл Иҙелбаева,       Һаҡмар" гәзите хәбәрсеһе                                                                                                      

14.06.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика