Беҙҙе Ҡырғыҙ-Миәкәлә көтәләр

     Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап һатыу күргәҙмәһе «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһын дауам итеп, 17 апрелдә Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкә ауылына юллана. 

     Башҡортостан республикаһының һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән акция нигеҙендәге күргәҙмәләребеҙ бик күп ҡала, район, ауылдарҙа, хатта сит өлкәләрҙә, башҡа республикаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙе, әҙәбиәт уҡыусыларыбыҙҙы үҙенең бай йөкмәткеле, сағыу тышлы китаптары менән һөйөндөрөп өлгөрҙө.

     Данлы Миәкә ере – изге Аҡмулла төйәгенә лә нәшриәт  төрлө уҡыу әсбаптары, художестволы, балалар, фәнни-популяр әҙәбиәт, календарҙар, фотоальбомдар алып барасаҡ. Улар араһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған китаптар ҙа бар. 

     Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының Мәҙәниәт йортонда был көндө Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ҙур тантана ла ойошторола.

     Тамаша киске сәғәт 6-ла, китап һатыу күргәҙмәһе 5-тә башлана. Рәхим итегеҙ!

     Хөрмәтле китап уҡыусым! Беҙ һеҙгә ашығабыҙ! Беҙҙе Ҡырғыҙ-Миәкәлә көтәләр! 

     Һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә шылтыратығыҙ.

     Телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55; электрон адресыбыҙ: kitapmarket@mail.ru; сайтыбыҙ: http://www.kitap-ufa.ru


15.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика