Беҙҙә Төркиә ҡунағы – Нигяр Ҡалҡан

     Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Төркиәнең Анкара ҡалаһы Ғази университеты профессоры, филология фәндәре докторы Нигяр Ҡалҡан менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа балалар яҙыусыһы, тәржемәсе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән яҙыусы Динис Бүләковтың ҡыҙы Зөһрә Бүләкова ла ҡатнашты.
     Билдәле булыуынса, Нигяр Ҡалҡан күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә» һәм «Килмешәк» исемле романдарын төрөк теленә тәржемә итеп, ентекле өйрәнгән.  Яҙыусының ижад донъяһын өйрәнеүҙе ул маҡсат итеп ҡуя һәм уны 2011 йылда докторлыҡ диссертацияһында яҡлап сыға. Романдарҙың стилистикаһы һәм семантикаһы тикшерелгән ваҡытта  улар төрөк теленә тәржемә ителгән дә инде.
      Нигяр Ҡалҡан Төркиәлә башҡорт әҙәбиәтен, телен, халыҡ ижадын, тарихын пропагандалауҙа ҙур эштәр башҡара. Әлеге ваҡытта ул Анкара ҡалаһының Ғази университетында башҡорт телен уҡыта, ғилми-тикшеренеү эштәре яҙа.
      «Төркиә студенттары башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын ҡыҙыҡһынып өйрәнә, китаптар уҡый », - тине мәртәбәле ҡунаҡ.
    «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов хөрмәтле ҡунаҡҡа Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина төҙөгән башҡорт һәм рус телдәрендәге «Балалар әҙәбиәте антологияһы»н бүләк итте һәм уңыштар теләне. Нигяр Ҡалҡан иһә үҙ сиратында бүләктәр өсөн оло рәхмәтен белдерҙе һәм Башҡортостандан рухи аҙыҡ – китаптар алып ҡайтыуына, башҡорт китаптарына байыуына сикһеҙ шатлығын белдерҙе.








23.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика