«Бер йәшәргә тыуҙым» (шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына һикһән йыл тулыу айҡанлы яңы китап донъя күрҙе)

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә күренекле башҡорт шағиры, журналист һәм публицист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева, Сергей Чекмарёв, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Назар Нәжми исемендәге премиялар лауреаты   Ирек Кинйәбулатовтың «Бер йәшәргә тыуҙым» исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡ шағирҙың  тыуыуына һикһән йыл тулыу айҡанлы баҫтырылды.
«Башҡортостан – беҙҙең оябыҙ», «Ҡырмыҫҡалы дәфтәренән»,  «Табындарға табыныу», «Бағышлауҙар», «Арнауҙар», «Ауыр яҙмышлы халыҡтың шағиры булыу ауыр…», «Ижади портреттар», «Иҫтәлектәр» исемле бүлектәрҙән төҙөлгән йыйынтыҡта шағирҙың быға тиклем донъя күрмәгән әҫәрҙәре (2013 – 2016 йылдарҙа яҙған шиғырҙары) һәм ҡәләмдәштәренең шағир хаҡында иҫтәлектәре индерелде.
Ҙур бер бүлекте алып тороусы «Башҡортостан – беҙҙең оябыҙ» өлөшөндә әҙиптең Башҡортостаныбыҙ, республикабыҙ, тыуған илебеҙ, еребеҙ хаҡында бай йөкмәткеле шиғырҙары урын алған:
«Мин донъяға бер йәшәргә тыуҙым,
Күңелемә йыям көн йәмен.
Йыйғанымды тотош ҡайтаралһам,
Ерҙә бер йәшәүгә көймәмен» ти шағир китапҡа инеш һымаҡ итеп индерелгән тәүге битендә.
«Шағир Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәте халыҡсан, ябай, образдарға бай, тапҡыр телле һәм тос фекерле. Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре¬нә арнауҙары һәр береһе ижади портрет кимәлендә, камил эшләнгән булыуҙары менән уҡыусыны арбай. Кешенең үҙенсәлекле һыҙаттарын бик тапҡыр тотоп ала һәм художестволы дөйөмләштереүгә өлгәшә» - тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай («Башҡортостан» гәзите, 2018 йылдың 10 июль һаны, №79 - http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/30759-mere-buyyna-keshelrg-ashyty.html). Эйе, ысынлап та, тапҡыр теле, тос фекере, ялҡынлы һүҙҙәре һәр шиғырында тиерлек ярылып ята, уҡыусының күңел ҡылдарын тибрәлтә. «Тамсы» тип аталған шиғырын ғына алып ҡарағанда ла, беҙ шағирҙың тел һәм стиль үҙенсәлектәре шул тиклем бай булыуын күрәбеҙ:
«Яҙҙың шатлыҡ хәбәре ул
Ҡыйыҡтан тамған тамсы.
Тамсы, һиңә үтенес бар –
Көндө шатлыҡҡа мансы
Иртән боҙбармаҡ булыр ул –
Һыуыҡты ҡыуыр ҡамсы.
Ҡамсыламай ғына яҙҙы,
Саҡырып тама тамсы». Бына ошо һигеҙ юллыҡта ғына ла күпме тәрән йөкмәтке, фекер һалынған, ә үҙ-ара рифмалашып килгән тамсы, мансы, ҡамсы һүҙҙәре хәтерҙә тиҙ ҡалыуға булышлыҡ итә.
Йыйынтыҡтың артабанғы өлөшөндә шағир арҙаҡлы шәхестәргә (Н. Нәжмигә – «Йыр яҡтыһы», З. Биишеваға – «Йөрәктәге һәйкәлдәр», Советтар Союзы Геройы, генерал Т. Кусимовҡа – «Арғымаҡта», Д. Бүләковҡа – «Ир яҡшыһы илгә ярай», халыҡ йырсыһы И. Смаҡовҡа – «Беҙҙең заман моңдары») поэма-бағышлауҙарын арнай, поэтик әҫәрҙәр формаһында ижади портреттын (Вафа Әхмәҙиевҡа «Тауҙар моңо», Фәрит Иҫәнғоловҡа «Һәммәһе лә ерҙә ҡала», Ҡәҙим Аралбайға «Шиғриәттә юйылмаҫ рух яҙыуы»,Ғәзим Шафиҡовҡа «Заманымдың ярһыу тауышы» һ.б.) яҙа.
Йыйынтыҡты төҙөүсе һәм баш һүҙ яҙыусы Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай һүҙен түбәндәгесә тамамлай: «Бына шуға ла шағирҙың бөтә ғүмере буйына яҙған китабын алдашмай ғына, ихлас күңеленән халҡына арнауына барлыҡ уҡыусылары, меңләгән шиғриәт һөйөүселәр ышанды, ысын күңелдән ҡабул итте. Һәм әле лә ышана».
Әҙәбиәт һөйөүселәр, китап уҡыусылар шағир Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәтен, әҙәби мираҫын ысын күңелдән генә ҡабул итеп кенә ҡалманы, ә рухи аҙыҡ булараҡ уның менән йәшәне лә һәм йәшнәне лә.

***
Китап БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.

10.07.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика