«Бетерә шаршыһы» һеҙҙе көтә!

Һөйөнсө! Китап һөйөүселәр  өсөн хәтәр шәп яңылыҡ -  күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә үҙенең мауыҡтырғыс  әҫәрҙәре  менән уҡыусылар күңелен яулаған талантлы журналист, шағирә һәм яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың «Бетерә шаршыһы» исемле  сираттағы китабы донъя күрҙе.
Миләүшә Ҡаһарманованың «Бетерә шаршыһы» китабында тормоштоң бөгөнгөһө лә, үткәне лә һәм хатта фантастик йәнәшәһе лә сағылыш таба. «Бетерә шаршыһы» һәм «Еңеүҙән һуң» повестары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тере һәйкәл булып тора. Әҫәрҙәрҙә репрессия ҡорбандары ла, тылдағы ҡатын-ҡыҙ яҙмышы ла, Еңеүҙән һуңғы ғәрип фронтовиктарҙың аяныслы хәле лә бар ысынбарлығында күҙ алдына баҫа. «Бисура» повесы боронғо тарихыбыҙҙы һүрәтләһә, «Шүлгән» фэнтэзи жанрының бер күренеше булып тора.
Йыйынтыҡ хикәйәләрендәге  темалар һәм хис-тойғолар палитраһы ла үҙенсәлекле һәм халыҡсан. Поэтик тел, образлы һүрәтләүҙәр, үҙенсәлекле сюжеттар хикәйәләрҙе уҡымлы һәм ябай итә.
Был китап бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа. Хаҡы 350 һум.
04.06.2020

Возврат к списку