Өфөлә билдәле шағирә, публицист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Таңһылыу Ҡарамышеваның 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте

БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы – Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейы үткәргән һәр әҙәби һәм мәҙәни сараларҙан күңел күтәрелеп, рухи аҙыҡ алып, йәшәүгә көс, илһам дәр, ҡеүәт алып ҡайтаһың. Кисәге сара ла тап шулай булды. Ул талантлы замандашыбыҙ - билдәле шағирә, публицист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышеваның 70 йәшлек күркәм юбилей байрамына арналды.
Әҙәби-музыкаль кисәне музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова алып барҙы. Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратованың ҡотлау сәләмен уның урынбаҫары Илүзә Шәйәхмәтова уҡып ишеттерҙе. Сараның барышында экранда юбилярҙың тормошо һәм ижады тураһында слайдтар күрһәтелде.
Таңһылыу Ҡарамышеваны ҡотларға килеүселәр араһында уның ҡәләмдәштәре, яҡташтары, класташтары, яҡындары һәм ижадташ дуҫтары булды. Юбилярға тәбрикләү һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерергә  БР Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Йыһат Солтанов, ғалимә Зәйтүнә Шәрипова, әҙиптәр Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Бәхтейәр Хәлитов, Ринат Сөләймәнов һ.б. килгәйне.  Башҡорт халыҡ конгресы исеменән юбилярҙы ойошманың рәйесе Фирғәт Байрамғолов тәбрикләне. Зәбирә Әбсәләмова, Гөлгөнә  Ырыҫҡолова, Лилиә Ҡолмөхәмәтова  кеүек һәүәҫкәр йырсылар моңло йырҙарын бүләк итте. Режиссер Ҡәҙриә Сафина, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Нәркәс Баязитовалар Таңһылыу Ҡарамышеваның шиғырҙарынан өҙөктәр һөйләп ишеттерҙе һәм йылы һүҙҙәрен әйтте. Республика халыҡ ижады үҙәге эргәһендә ойошторолған "Селтәр" студияһы ағзалары Альбина Исхаҡова, Фатима Хәйретдиноваларҙың сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килтерҙе.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ойошторған китап-күргәҙмәһе лә сараның сағыу биҙәгенә әйләнде. Нәшриәт килгән ҡунаҡтарға нәфис һәм балалар әҙәбиәте, 2018 йылға йыртмалы (отрывной), мәктәп календарҙары тәҡдим итте. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, китап уҡыусыларҙы, ғөмүмән, сараға килгән ҡунаҡтарҙы нәшриәттә сыҡҡан яңы китаптар нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы.
06.04.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика